Әйтергә кәрәк, был юлы ултырыш, ниһайәт, ҡала хакимиәте тырышлығы менән булдырылған Дуҫлыҡ йортондағы үҙ бүлмәбеҙҙә үтте. Ул бүлмә ҡоролтай ағзалары, ҡаланың әүҙем милләттәштәребеҙ тырышлығында ремонт кисерҙе, йыһазландырылды.
– Быйыл “Етегән” байрамы республика кимәлендә уҙғарыласаҡ, сара ике көн – 27 февралдә һәм 1 мартта үтәсәк, – тип һүҙ башланы – ҡоролтай рәйесе Ләйсән Йосопова. – Әлеге мәлдә байрам сиктәрендәге конкурстың ҡыҙған мәле: 400-ҙән ашыу кеше үҙенең ижади эшен ебәрҙе, ә сараға абруйлы ҡунаҡтар көтөлә. Фотоһүрәттәр, видеояҙмалар ебәрәләр, - тигән мәғлүмәттәр менән дә бүлеште Ләйсән Йәркәй ҡыҙы.
Атап әйткәндә, тәүге көндө “Етегән-2018” конкурсы финалы буласаҡ. Ҡала мәҙәниәт һарайында флэшмоб, ҡунаҡтарҙан ҡотлауҙар, концерт һәм ритайым көтөлә. Ә 1 мартта иһә байрам сиктәрендә – Әҙәби кафе.
Әлбиттә, байрамдың республика кимәленә сығыуы ҡыуаныслы. Шул уҡ ваҡытта коллегалар уның һаман да төбәктә ныҡлап таралмауы, ошо ерлектә генә ҡолас ташлап үткәрелеүенә борсолдо. Ә бит тәүмаҡсат башҡортса ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн бөтә Башҡортостанға таратырға ине. Шулай ҙа байрамды милләттәштәр киләсәктә ҡабул итер тигән өмөт бар.
Эйе, Стәрлетамаҡ ерендә милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеүсе байрамдар яралып тора: “Ашҡаҙар таңдары”, “Аҡ тирмә” һ.б. Ошоларға өҫтәп ҡоролтай ағзаһы Айнур Үтәевтең йәш быуынды уҡтан атырға өйрәтеүен билдәләп үтке килә. Республиканың бер быуатлыҡ тарихына арналған саралар, йәштәр йыйыны һ.б. Быйылдан башлап йәнә матур кисәгә старт бирелә – өләсәйҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр 22 мартта Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк.
– Был байрамда ҡаланың бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре 5 өләсәйҙең сығышын, бейеүен һәм йолаларыбыҙҙы белеү кимәлен баһа-лаясаҡ, – тип асыҡлыҡ индерҙе “Аҡ инәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Халиҡова.
Стәрлетамаҡта милли мөхитебеҙ барлығына инандырған ошондай күркәм саралар үтеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Шул уҡ ваҡытта күңелде ҡырған күренештәр ҙә юҡ түгел. Уларҙың береһе – башҡорттар күпләп йәшәгән ҡалала урындағы телевидениела бер генә лә милли тапшырыу булмауы.
– Ошо ерҙә йәшәүсе башҡорттарҙың йәшәйешен күрһәткән бер башҡортса тапшырыу булһасы, исмаһам, - тигән дәғүәһен белдерҙе, мәҫәлән, ҡоролтай ағзаһы Сафура Шафиҡова. Хәйер, урындағы UTV каналы башҡорт телендә тапшырыуҙар эшләү өсөн проекттар көтә икән. Улай ғына ла түгел, бер нисә кеше проектын тапшырып та өлгөргән. Ошо проекттарҙы еренә еткереп, эфирға милли тапшырыуҙар сығарыу буйынса ярҙам итеүҙе ҡоролтай ағзаһы Ғәзиз Ғәлин үҙ өҫтөнә алды (уның Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләү тәжрибәһе бар) һәм йәштәргә әүҙемерәк булырға кәрәк тигән фекерен дә еткерҙе.
Ысынлап та, әүҙемерәк булыу ҡамасауламаҫ ине беҙгә. Ошо һүҙгә ҡаланың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойош-маһы етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрова ла ҡушылды. Ул гүзәл заттарыбыҙҙы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы.
Ҡоролтай байрам-саралар үткәреү менән генә сикләнмәй, телебеҙҙе башҡа ысулдар менән һаҡлау һәм пропагандалауҙа ла етди эш алып бара. Мәҫәлән, “башҡорт телен уҡытыуҙы ҡыҫалар” тигән фекер һуңғы ваҡытта йыш ишетелә. Шул уҡ ваҡытта, әйтәйек, ата-әсәләр бер баҡсаға (!) тейешле күләмдә ғариза яҙып, балаларын башҡорт төркөмөнә йөрөтә ала. Был мәғлүмәтте күберәк милләттәштәр белһен ине тигән һығымтаға килде ҡоролтай ағзалары һәм был йәһәттән йәш ата-әсәләр менән йышыраҡ аралышырға маҡсат ҡуйҙы.
...Тел, милләт, милли мәҙәниәт – былар Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайының иңенә һалынған көндәлек бурыс. Ултырышта ул мәсьәләләрҙең күлдәге бер тамсылайы ғына күтәрелде. Шулай аҙымлап, тамсылап башҡарыла эштәр, шулай маҡсатҡа ирешелә.