Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Ҡыш бабай килде беҙгә Урман-ҡырҙар буйлап...

Башҡортостанда быйыл Ҡыш бабайҙың дүрт резиденцияһы эшләйәсәк. Яңы йыл каникулдары ваҡытында ҡунаҡ республиканың төньяғында – Бөрөлә, көнсығышта – Абзаҡта, көнбайышта – Ҡандракүлдә һәм көньяғында беҙҙә – Стәрлетамаҡта буласаҡ. Башҡорт Ҡыш бабайының Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан тирмәһендә кескәй стәрлетамаҡтар, үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп, бүләктәр алып өлгөрҙө лә инде.

…Төп ҡунаҡ яңғыҙы йөрөмәҫ, әлбиттә, Ҡарһылыу менән. Тик башта “Һыуыҡ” исемле ярҙамсыһы сәләм күндерергә күнеккән. Был көндө лә йылы ғына торған һауа торошонда градустар түбәнгә төшөп китте. Әммә шат-лыҡлы тауыштары менән паркты һауаға күтәрерҙәй булып шаярған малай-ҡыҙҙар бер ҙә өшөмәне – быға байрамса ҡоролған мөхит, концерт, ярыш-конкурстар, уйындар һәм төрлө йәнлек-хайуандар костюмында кәйефте арттырған ағай-апайҙар сәбәпсе ине.
– Был тирмә “Ҡыҙыҡлы Яңы йыл Башҡортостаны” проекты сиктәрендә ҡоролдо, унда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һеҙҙе ихлас ҡаршы алыр, – тип тантаналы шарттарҙа асты көньяҡ резиденцияны ҡала башлығы Владимир Куликов һәм байрам айҡанлы стәрлетамаҡтарға изге теләктәрен дә еткерҙе.
…Ҡыш бабай булһын да көттөрмәй генә килһен инде! Уйнап-көлгән балалар түҙемһеҙләнеп тирә-яҡты күҙәтә һәм… паравозда бына ул – үҙе! Вагон тәҙрәһенән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡулдарын болғай, уны ҡаршыларға тип балалар йүгерә, балаларҙың алдынан беҙ – ата-әсәләр төшөп алғанбыҙ.
Бына шундай үҙенсәлекле күренештәргә лә бай булды был сара. Йәш артһа ла күңел, күрәһең, һаман мөғжизәгә ышанып йәшәй.
Читайте нас