Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ысын батырҙар булырға теләйбеҙ!

Башҡорт малайҙарын, борон-борондан, тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн, көслө, ҡыйыу, етеҙ итеп үҫтергәндәр. Уларҙы оҫта көрәшергә, уҡтан мәргән атырға өйрәткәндәр. “Их, мин дә шулай ата белһәм ине”, - тип уйлап күҙем ҡыҙа торғайны. Быйыл, үҙемдең гимназиямда уҡтан атырға өйрәтәсәктәрен белгәс, беренселәрҙән булыпяҙылдым. Секцияға Баш-ҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Утәев Айнур Фәнис улы етәкселек итә. Ул беҙгә уҡтан атыу серҙәренә өйрәтә. Хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең махсус һатып алынған уҡ-яндарыбыҙҙан шәп итеп ата ла беләбеҙ инде. Секция булаһы көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ.

Беҙҙең Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла милли көрәш секцияһы ла күптән эшләй. Унда шөғөлләнеү ҙә миңә бик оҡшай. Ҡотлошин Илшат Мансаф улы беҙҙе көслө һәм таҫыллы көрәшселәр итеп үҫтерергә тырыша. Өлкән класс уҡыусылары республикала ғына түгел, Рәсәй ярыштарына ла йөрөй һәм призлы урындар яулап ҡайталар. Көслө, етеҙ булыу өсөн спорттың бөтә төрҙәре лә кәрәкле, шуның өсөн йүгереү, һикереү, ауырлыҡ күтәреү кеүек күнекмәләр ҙә эшләйбеҙ.
Көрәш менән Уғатар секцияларына малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа теләп йөрөй. Бергәләп киләсәктә төрлө ярыштарға ла йөрөрбөҙ, шундай шәп етәксе уҡытыусы-тренерҙарыбыҙ менән ысын батырҙар булырбыҙ әле!
Илдар Тимерғәлиев,
4Б класы уҡыусыһы.
Читайте нас