Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов июнь айында Аньхойға сәфәре барышын-да «Стәрлетамаҡ һәм Хуаншань ҡалалары араһында туғандаш мөнәсәбәттәр урынлаштырыу тура-һындағы хат»ҡа ҡул ҡуйғайны.
Эш сәфәре Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендәге фекер алы-шыуҙарҙан башланды. Делегация етәксеһе Чэн Хуайцзюнь Ҡытайҙың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Аньхой провинцияһын үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. «Рәсәй Федерацияһы менән хеҙмәттәшлек схемаһы бул-дырылған, хәҙер Стәрлетамаҡ менән иҡтисади һәм инвестицион хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ», – тип билдәләне Чэн әфәнде.
Ошо маҡсатта Ҡытай эшҡы-уарҙары Стәрлетамаҡтың социаль һәм сәнәғәт объекттары, шулай уҡ ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән танышты.
Ике тиҫтәнән торған деле-гация составы тәүҙә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына юлланды. Унда ҡунаҡтарҙы баллы бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланылар. Студенттарыбыҙ башҡортса йыр-лап-бейеп кенә ҡалманы, ҡунаҡ-тарҙың үҙҙәрен дә бейергә саҡырҙы. Әлбиттә, бындай һый-хөрмәт ҡытайҙар күңеленә хуш килде.
Делегация вәкилдәре вуздағы технопарк менән танышты (һүрәттә). Әлеге ваҡытта унда 150-гә яҡын бала электр техникаһын, робот техникаһын һәм башҡа программаларҙы өйрәнә. Вуз ди-ректоры Алексей Ковальский университеттағы яңылыҡтар хаҡын-да һөйләне, ҡунаҡтарға студенттар менән аралашып алырға ла форсат тейҙе. Былтыр Ҡытайҙа уҡып ҡайтҡан Алина Гарданова ҡунаҡтарҙы ҡытай телендә сәләмләне, унда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, таныштарының ҡытай теленә ҙур ҡыҙыҡһыныу уяныуы тураһында һөйләне. Стәрлетамаҡ вузында ла ҡытай телен өйрәнер өсөн Ҡытайҙан уҡытыусы саҡырыу мөкинлеген ҡарау тураһындағы фекерен әйтте.
Ҡытайҙар Яңы мәсеткә инеп сығырға ла ваҡыт тапты. Унда делегация составын имам-хатиб Ришад хәҙрәт ҡаршыланы, ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар, үҙ сиратында, Стәрлетамаҡта күпме мосолман барлығы, мәсет ҡасан төҙөлгән, Ришад хәҙрәт ҡалала имам вазифаһында нисә йыл эшләй һ.б. һорауҙар бирҙе. Әйткәндәй, донъялағы иң боронғо ун мәсеттең икәүһе Ҡытайҙа икән – Гуанчжоу ҡалаһындағы Хуайшен мәсете (һижри йыл иҫәбе буйынса 9-20-се йылдарҙа төҙөлгән); Сиань ҡалаһындағы Бөйөк мәсет (һижри иҫәп буйынса 124-се йылда төҙөлгән).
Артабан делегация ағзалары «Инмаш» концернында булып, ун-дағы эш барышы һәм «РускоЛифт» компанияһы продукцияһы менән танышты.
Сәфәр ҡаланың тарихи өлөшөндә йәйәүлеләр зонаһы буйлап экс-курсия менән тамамланды.