Шулай ҙа һүҙҙе йылынан башлайыҡ әле. Үткән шәмбелә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов көҙгө өмәлә ҡатнашып, үҙ ҡулдары менән ағас үҫентеләре ултыртты. Был эште ул коммуналь хужалыҡ менән берлектә Ленин проспектында башҡарып сыҡты. Экология йылы акцияһы итеп тә ҡабул итергә булыр ине был акцияны, әммә Стәрлетамаҡтың сәнәғәт ҡалаһы икәнлеген иҫтә тотҡанда бик тә мөһим был күренеш. Башлыҡ кешенең үҙе ошондай эштәр башында йөрөүе күңелгә йылы өҫтәмәй ҡалмай.
Ысынлап та, кешеләрҙең йылы мөнәсәбәте ҡайҙа киткән һуң? Атышалар, бер яуаплылыҡ тоймай иҫерек көйө водитель танытмаһыҙ-ниһеҙ руль артына ултыралар, кеше тапаталар, буш урында туҡмап китәләр. Эх, ҡайҙа һин, һинд киноларындағылай кешеләр араһындағы көслө туғанлыҡ хистәре? Һинд кинолары... ниндәй йылы ине шул улар. Юғалалар, табышалар, илашалар-йырлашалар. Табышалар тигәндән, кинолағы геройҙар ғына 15-20 йыл үткәс күрешмәй икән, шул матур ролдәрҙе уйнаған кумирҙары менән тормошта океан аръяғындағы тамашасылары ла осрашып ҡуя. Әбйәлил районынан Миңнура Зарипова менән Гөлнур Юлдыбаева, мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек данлыҡлы һинд бейеүҙәрен бейеп интернетта таныла. Ошо көндәрҙә бейеүсе апайҙарҙы билдәле алып барыусы Андрей Малахов үҙенең тапшырыуына саҡыра. Баҡтиһәң, Миңнура менән Гөлнур ханымдарҙың йәш сағынан уҡ бер хыялы була – “Зита һәм Гита” фильмындағы героиня менән осрашырға һәм был хыял тапшырыу мәлендә тормошҡа аша – Малаховҡа ҡунаҡҡа Хема Малини ҙа килә. Бындай бәхеттән апайҙарға хатта эҫе булып киткәндер инде.
Эйе, хыялланырға кәрәк, ә хыялдар тормошҡа аша ул. Тик нимә хаҡында хыялланаһың бит әле. Кемдер кумиры менән күрешергә хыяллана. Ә бына 14 меңдән ашыу рәсәйленең хыялы үтә лә ябай: эҫе Төркиәнән, эҫе Сүриәнән һәм башҡа климатлы илдәрҙән тиҙерәк йылы өйҙәренә ҡайтыу! “ВИМ-Авиа” компанияһының алданған пассажирҙары улар. Сит илгә ял итергә, командировкаға киткән кешеләр компанияның банкрот булыуы арҡаһында Рәсәйгә оса алмай. Ил эсендәге рейс пассажирҙары ла шундай уҡ хәлдә.
Мәғлүмәттәргә ярашлы, был авиакомпанияның проблемалары әле йәй көнө үк башлана. Кредитын ҡаплата алмаған, самолеттарын тәртиптә тоторға һәм яғыулыҡ һатып алырға хәле етмәгән уның. Тик компанияның хужаһы ярҙам һорап, килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләү урынына проблеманы үҙенсәлекле итеп сисеү алымын уйлап тапҡан – Рәшит Мөрсөкәев ғаиләһе менән йылы яҡҡа сығып ҡасҡан. Шулай, кемдәрҙер үҙ-үҙенә үтә лә йылы мөнәсәбәттә булыу арҡаһында, йәнә яуапһыҙлыҡ ҡамытын кейгәнгә бәғзеләр эҫе яҡтан ҡайта алмай аҙаплана.
Әйткәндәй, был проблема дәүләт кимәлендә күтәрелде, улай ҙа булмай, 14 мең пассажир тураһында һүҙ бара бит! Владимир Путин хатта ҡайһы бер РФ Хөкүмәт вәкилдәрен шелтәләп тә алды, тиҙ арала пассажирҙарҙы ҡайтарырға һәм проблеманы хәл итергә ҡушты. Һүҙ ҙә юҡ, проблема хәл ителер, ватандаштар йылы өйҙәренә ҡайтыр, тик был мәсьәләне сисер өсөн миллионлап-миллиардлап аҡса кәрәк, ә уны, әлбиттә, бюджет резервынан аласаҡтар, атап әйткәндә, һинең, минең түләгән һалым иҫәбенә. Шулай, кемдер йылы яҡта ҡабырғаһын ҡыҙҙыра аҡса урлап (әлегә генә улай тип өмөтләнергә ҡала, сөнки енәйәт эше ҡуҙғатылған), кемдер бының өсөн түләргә мәжбүр.
Аңлашылып бөтмәгән мөнәсәбәттәр донъяуи кимәлдә лә күҙәтелә был арала. АҠШ менән Төньяҡ Кореяның аралары инде бөтә кешелеккә хәүеф тыуҙырырлыҡ кимәлгә һыуынды (әллә ҡыҙҙымы). Америка дошманы менән бөтә булған бәйләнештәрҙе өҙөргә һәм хакерҙары разведкаға күсергә уйлай, ахыры. Ә кореялылар... ә улар водород бомбаһын һынай. Был хәтәр ҡыҙыулыҡ менән янай, йәмәғәт...
Ә шулай ҙа өмөттәр бар әле, кешелек-тең аңына килеренә, үҙҙәрен Алла урыны-на күргән бәндәләр әҙәм балаһы икәнле-ген аңларына. Ошо өмөт кенә күңелгә йылы бирә. Йылы тигәндәй, мәҡәләне яҙып бөткәнсе аяҡтар өшөнө. Белмәйһегеҙме, ҡасан йылы бирәләр икән?!