Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ЙЫҺАНГИРҘАР ҮҪӘ

Быйылғы уҡыу йылы башында 31-се мәктәптә аэрокосмонавтика йүнәлешендәге класс асылғайны, унда уҡыусыларҙы космонавт һәм летчик булырға әҙерләйҙәр. Йыш ҡына мәктәпкә ысын летчиктар һәм космонавтар килә, улар уҡыусылар менән аралашып, үрҙәрҙе иңләрлек ҡанаттар ҡуя.

12 апрель – Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөндә лә был мәктәп уҡыусылары үҙҙәренә ҡунаҡҡа хәрби һәм граждандар авиацияһы летчиктары Сергей Наумов, Олег Тюренков, Роман Насыров, Эмма Тульвинскаяны һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Халыҡ –ара аэрокосмос мәктәбе президенты Вячеслав Аброщенконы көтөп алды.
Уҡыусыларҙы йыһанды иңләү-гә бәйле бөтә мәғлүмәт тә ҡыҙыҡһындыра, шуға ла улар иң тәүҙә үҙҙәренең белемдәрен күрһәтергә тырышты, ҡунаҡтар менән аралашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Уларҙы бигерәк тә тәүге осоу һәм тәүге тәьҫораттар ҡыҙыҡһындырҙы. Штурвал артына ул-тырғанда летчиктарға алдан булған әҙерлек тулҡынланыуҙы баҫырға ярҙам иткән. Летчиктар шулай уҡ үҙҙәренең формалары, наградалары, яратҡан самолеттары тураһында һөйләне.
Аралашыу ваҡытында авиацияның һәм космонавтиканың киләсәгенә бәйле һорауҙар ҙа яңғыраны. Уҡыусыларға иһә был өлкәлә белгестәр кәрәклеге тураһында хәбәр ителде, шуға ла уларға тырышып уҡырға һәм физик әҙерлекте көсәйтергә кәңәштәр бирелде.
– Беҙ тәүгеләрҙән булып йыһанға юл ярыусы илдә йәшәйбеҙ, артабан да илдең пландары ҙур. Әле плазма ракеталары төҙөү маҡсаты ҡуйылған, уның ярҙамында беҙ Марсҡа юл тота аласаҡбыҙ. Әлеге булған ракеталарҙа ҡыҙыл планетаға барып ҡайтыр өсөн кешегә бик оҙайлы ваҡыт талап ителә. Тимәк, беҙгә артабан да заманса ҡарашлы конструкторҙар, уйлап табыусылар һәм, әлбиттә, был ҡоролмалар менән идара итеп осорға әҙер булған белгестәр кәрәк буласаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депута-ты Вячеслав Аброщенко.
Балалар һәм үҫмерҙәр техник ижады үҙәге директоры Артур Мәҡсүтов билдәләүенсә, улар мәктәп менән тығыҙ бәйләнеш алып бара, авиамоделдәр яһау һәм уларҙы осороу менән мауыҡҡан уҡыусылар ҙа күбәйгән. Саранан һуң был үҙәктә шөғөлләнеүсе уҡыусылар мәктәп алдындағы майҙансыҡҡа сығып үҙҙәре яһаған ракета моделен осорҙо.
Читайте нас