Күҙәтеү ведомствоһының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Стәрлетамаҡ районы тәңгәлендә Стәрле, Ашҡаҙар йылғалары боҙҙан әрселә башлаған, оҙаҡламай бында боҙ китә. Салауат ҡалаһында һәм Табын ауылы тирәһендә лә Ағиҙел йылғаһында ошондай уҡ күренеш күҙәтелә. Ишембай районында Тәйрүк йылғаһында боҙ китә башлаған да инде. Республикала ташҡын хәлен тәүлек әйләнәһенә бер юлы 17 гидропост күҙәтә. Шуға өҫтәп 40 пост ваҡытлыса режимда эшләй. Урындағы халыҡҡа уяу булырға ҡушыла.