Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Йылмайып, көлөп кенә

ӘптимисКүршемә, тим, ҡайғы килгән:Һыйыры харап булған.Бошонманы Хаммат дуҫым:– Мин бит әптимис, туған.Зариф тайып боҙлауыҡтаҺындырған, тим, аяғын.– Әптимис бул, ҡайғырма, – тип,Бәрә дуҫым яуабын.

Әптимис
Күршемә, тим, ҡайғы килгән:
Һыйыры харап булған.
Бошонманы Хаммат дуҫым:
– Мин бит әптимис, туған.
Зариф тайып боҙлауыҡта
Һындырған, тим, аяғын.
– Әптимис бул, ҡайғырма, – тип,
Бәрә дуҫым яуабын.
Мәйтәм, ерҙе һаталар, тим,
Был бит хөсөттәр эше.
– Ҡайғырма, – ти, – сөнки мин, – ти,
Үтә әптимис кеше.
Һуғыш бара, террористар
Кавказды, тим, бүләләр.
– Мин – әптимис, был эште, – ти, –
Хәл итһендәр түрәләр.
Күрше еңгә илап йөрөй:
Үлеп ҡалған Аҡбире.
– Мин – әптимис, ни ҡылаһың,
Шулдыр, ахыры, тәҡдире.
Шул мәл әйттем:
– Тауығыңды
Берәҙәк эт таланы.
– Был – енәйәт! – тиеп Хаммат
Ултырғыстан ҡоланы.
Һағыҙ сәйнәй
Сәйнәй ҙә сәйнәй Хөмәй
Күршеләрен дә сәйнәй.
Әхирәтен тетеп һөйләй,
Ҡылығын уның һөймәй.
Сәйнәй, ғәйбәт һата ғына,
Уҡтарын ата ғына.
Шул һағыҙын көйшәй-көйшәй
Дуҫтарын һата ғына.
Теге тегеләй булған, ти,
Быныһы былай булған.
Һөйләй торғас, ти, ялған,
Теге иренән ҡалған.
Унан урам буйлап китә,
“Һуҡыр” ирҙәрҙе һүтә.
Ҡыҙ-ҡырҡынды тетә-тетә
Ғәйбәтен сәйнәп үтә.
Кәзә кеүек һағыҙ сәйнәй,
Үҙен ғәйбәтсе тимәй.
Кәзәкәй ҙә һағыҙ сәйнәй,
Тик ул кешегә теймәй.
Сусҡа сыҡты кейәүгә...
(Мәҫәл)
Ваҡыт етеп, көндәр тартҡас йылы яҙға
Сусҡа кейәүгә сыҡты бит Ата ҡаҙға.
Шунан Сусҡа талап итте Ата ҡаҙҙан:
– Минең йырҙы йырла, – тине, –
ошо яҙҙан.
Минең кеүек һөрөп йөрө батҡаҡтарҙы,
Тамам үҙгәртәйек, тине, был яҡтарҙы.
Ләкин ҡаҙ үҙ эшен генә ныҡлап белде,
Сусҡа һүҙҙәренән ул ыҫлап-ыҫлап
көлдө.
Бер мәлде Ата ҡаҙ бер аҙ ятҡас боҫоп,
Ҡаҡай йөрөй бүтән ҡаҙҙар араһында.
Ҡайтманы Ҡаҙ Сусҡа уны саҡырһа ла,
«Ҡурҡ-ҡурҡ» тиеп, уға ҡарап аҡырһа ла.
Оҙаҡ ҡына Сусҡа шулай түҙеп йөрөй,
Теге иһә йылғаларҙа йөҙөп йөрөй.
Сусҡа килеп хорхолдай бит бер Үгеҙгә:
– Бәхетһеҙмен, күрмәйһегеҙ
берегеҙ ҙә!
Бүтән һөмһөҙ ҡаҙҙар ғына уға кәрәк,
Бындай йүнһеҙ ата ҡаҙҙар була һирәк!
Үгеҙ иһә бик ашыҡты һөҙөшөнә,
Ҡойроҡ һелтәп, сығып китте үҙ эшенә.
Унан Тайға килеп һөйләй Ата ҡаҙҙы:
– Ҡайта белмәй, – ти ул, – мәлғүн,
тамам аҙҙы!
Кешнәп сығып сапты йәш Тай, тыңламаны,
Ә һарыҡтар Сусҡа зарын аңламаны.
Күп йөрөнө Сусҡа төрлө ғәйбәт һатып,
Илап алды батҡаҡтарға сумып ятып:
– Бейеп китә кәнтәй ҡаҙҙар күреү менән,
Файҙаһы юҡ арттарынан йөрөү менән!
Һәм, ниһайәт, яланда ул Атты күрҙе,
Юртаҡ уға бик аҡыллы кәңәш бирҙе:
– Юҡты юллап йөрөмә һин, мине тыңла:
Сусҡа Ҡаҙға тиң түгел бит, шуны аңла...
** *
Ҡайһы саҡта иҫеп ҡуя шундай елдәр,
Булып ала тормошта ла шундай
хәлдәр...
Читайте нас