Ошо проектты республикала тәүгеләрҙән булып Ли-лиә Нуриман ҡыҙы Атйетәрова етәкләгән “Ветеран” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эләктереп ала һәм яңыса эшләй башлай. Шулай итеп, 2014 йылдың июлендә ҡалабыҙҙа “Ветеран” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерция булмаған автоном ойошма барлыҡҡа килә. Бөгөн өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса 3 бүлектә 110 социаль хеҙмәткәр 1200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Бында даими йәки ваҡытлыса ярҙамға мохтаж өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтарға гарантиялы йәки өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтелә. Ә социаль-медицина ярҙамы бүлеге “Ветеран йорто”нда йәшәүсе һәм даими социаль йәки медицина ярҙамына мохтаж булған өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар өсөн яуап бирә. Улар өсөн төрлө мәҙәни саралар (әңгәмәләр, лекциялар, концерттар, спорт ярыштары һ.б) ойошторола. Тағы ла башҡа бик күп ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Ике яр” проекты иренән йәки ҡатынынан ҡалған яңғыҙаҡтар өсөн уйлап табылған. Ә “Аҡыллылыҡ сәғәте” проекты өлкән кешеләрҙе хеҙмәт менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала һәм бында тиҫтәләгән йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Мәҫәлән, ”Ғаилә кулинарияһы”, “Энәләрҙә – ҡояш”, “Ете нота”, “Өләсәйҙең баҙы”, “Ғәжәйеп баҡса” һ.б. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ветерандар советы менән дә берлектә байтаҡ эштәр башҡарыла: “Быуындар бәй-ләнеше”, “Ғаилә серҙәре”, “Әсәй бәлеше” тигән берҙәм акциялар үткәрелә. Өлкән йәштәге кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү мәсьәләләре буйынса “Үҙеңә үҙең ярҙам ит!”, “Стәрлетамаҡ – изге йөрәклеләр ҡалаһы”, “Аҡыл кеше менән ҡала” тип аталған семинарҙар ойошторола.
Быйыл “Ветеран йорто” “Актив 60+” проектын тормошҡа ашырыу өсөн 350 мең һум күләмендә Президент грантына лайыҡ булды. Ул спорт аша әүҙем ҡартлыҡты тәьмин итеүгә йүнәлтелгән һәм ошо йылдың ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаған. Ошо маҡсатта фитнес-зал асылған, бында теләгән бер кеше шөғөлләнә ала, кәрәкле спорт инвентары алынған (туп, гантелдәр, скандинавса йөрөү өсөн таяҡтар һ.б.). Тәжрибәле тренер ярҙамында проектта ҡатнашыусылар аҙнаһына ике тапҡыр “Үҙеңә үҙең ярҙам ит” курсы буйынса 45 минут шөғөлләнә. Өс ай буйына дауалау физкультураһы тренеры улар менән хәрәкәт әүҙемлеге буйынса быуындарҙы нығытыу, баш мейеһе тамырҙарын яҡшыртыу буйынса күнекмәләр үткәрә. “Актив 60+” проектын тормошҡа ашырыу буйынса (3473) 23-92-27 телефоны аша мәғлүмәт алырға була.
Биш көнлөк хеҙмәт аҙнаһының һуңғы көнө… Лилиә Нуриман ҡыҙының бүлмәһенән кеше өҙөлмәй тиерлек. Ярҙам һорап килеүселәргә ул эшлекле кәңәштәрен дә, тәжрибәле психолог булараҡ, күңел йылыһын да йәлләмәй. Ә бит йылы һүҙгә һәр кем мохтаж бөгөн.