Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ЙЫРСЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ ИКӘН ВӘХИТ ХЫЗЫРОВ!

Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров үҙенең «Ауылда шулай» тип аталған китабы менән таныштырҙы.

Вәхит Хызыров беҙгә, әлбитттә, мәшһүр йырсы булараҡ таныш, уның башҡарыуында заманса ла, классик йырҙарҙы ла яратып тыңлайбыҙ.
Ә бына Вәхит Хызыровтың ижады әҙәбиәт менән дә бәйле икәнен күптәр белеп етмәй. Белгәс тә әле бер аҙ аптырап ҡуялар, ысынлап та, төп хеҙмәте сәхнәлә булһа ла, уның яратҡан шөғөлө лә бар икән. Автор, Стәрлетамаҡҡа килеп, «Ауылда шулай» тип аталған китабы менән таныштырҙы.
Йор һүҙле йырсы мауыҡтырғыс хикәйәләр яҙа башлау тарихын һөйләне, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Китаптарын ул башҡорт телендә лә, рус телендә лә яҙа. Киләсәктә шиғырҙар йыйынтығын да нәшер итергә ниәтләй. Авторҙан китаптың эстәлеген белеү, шиғырҙарын тыңлау бик ҡыҙыҡлы булды. Сараға йыйылыусылар йырсынан бер нисә йыр башҡарыуын да һораны, тамашасының был үтенесе лә үтәлде.
Читайте нас