Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Заман менән бергә атларға кәрәк!

Уҡырға ҡайҙа барырға? Ниндәй юғары уҡыу йортон һайларға? Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш имтихандары осо-ронда беҙ был һорау менән БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Илгиз Раян улы ҠӘҘЕРҒОЛОВҠА мөрәжәғәт иттек.

– Тиҙҙән сығарылыш класы уҡыусылары дәүләт имтихандарын тапшырып, ҡулдарына аттестат ала. Мәктәпте тамамлаған уҡыусылар-ҙың күптәре ниндәй вузға уҡырға барырға белмәй икеләнә: респуб-ликалағы уҡыу йортон һайларғамы
әллә башҡа төбәккә юлланыр-ғамы? Хәҙер бит вуздар ҙа “быуа быуырлыҡ”. Буласаҡ абитуриент-тарға нисек дөрөҫ юлды һайларға? Һеҙ уларға нимә кәңәш итер инегеҙ?
– Бөгөн йәштәргә был йәһәттән киң мөмкинлектәр асылған. Үткән йылдарҙағы кеүек үк, быйыл да документтарҙы бер юлы 5 вузға тапшырырға була. Тимәк, уларға үҙҙәре һайлаған уҡыу йортона инеү мөмкинлеге арта. Шулай уҡ бер үк вузға өс йүнәлеш буйынса ғариза яҙырға мөмкин. Хәҙер уҡыу йорттары ғариза биреүҙе ябайлаштырҙы, документтарҙы тапшырыу өсөн уның электрон вариантын ебәреү ҙә етә. Беренсенән, был бигерәк тә башҡа төбәктәргә уҡырға инеүселәргә еңеллек килтерә һәм студенттарҙың белем алыуға теләге лә артасаҡ. Икенсенән, уның кире яғы ла бар: төбәктә талантлы йәштәр ҡалмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда 100 балл йыйғандарҙың өстән ике өлөшө Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа төбәктәрҙәге вуздарҙы үҙ итә. Сығарылыш уҡыусыларының өстән бер өлөшө республиканан ситкә сығып китә. 2017 йылда шулай булды ла. Әлбиттә, йәштәр уҡыу йортон һайлағанда, тәү сиратта, һөнәренең абруйлы һәм кәрәкле булыуы тураһында уйлай. Күпселек федераль йәки милли-тикшеренеү вуздарына өҫтөнлөк бирә. Ләкин беҙҙәге юғары уҡыу йорттары Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙәге вуздарҙан бер ҙә ҡалышмай, хатта өҫтөнлөклө яҡтары ла бар. Был турала вуздарҙың 2017 йылда алынған әһәмиәтлелек мониторингы күрһәткестәре раҫлай: уртаса БДИ балдары һәм уҡыуҙы тамамлағандан һуң уларҙың эшкә урынлашыу буйынса күрһәткестәре. Йәғни уҡырға ингән студенттарҙың уртаса балы вуздың төбәктә һорау менән файҙаланғанлығын билдәләһә, эшкә урынлашыу күрһәткесе уҡыу йортонда белем биреү сифаты, эш биреүселәрҙең дипломды таныуын белдерә. Республикабыҙ вуздарының башҡалар араһында абруйы үҫә. Мәҫәлән, 2016 йыл менән сағыштырғанда, былтыр башҡа төбәктәрҙән килгән уҡыусылар өсөн вуздарға конкурс ҙур булды. Шулай уҡ сит ил граждандарының Башҡортостандағы уҡыу йорттары менән ҡыҙыҡһыныуы йылдан-йыл арта ғына бара. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: Өфө вуздарында һәм уның филиалдарында Рәсәйҙәге юғары белем биреү учреждениеларында булған бөтә төр йүнәлештәр буйынса ла белем алырға мөмкин. Республикала сифатлы белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар: Башҡортостан вуздарында 30-ҙан ашыу спорт төрөнән үҙеңә оҡшағанын һайлап алырға мөмкин. Әйткәндәй, студент командалары Бөтә Рәсәй ярыштарында призлы урындар яулай, ә республикала универсиадалар, “Студент яҙы” фестивалдәре һәм башҡа саралар үткәрелеп тора. Һәр юғары уҡыу йортонда тиерлек ижади коллективтар, театр, бейеү, вокаль студиялары, КВН хәрәкәте эшләп килә. Студенттарға, аспиранттарға социаль ярҙам күрһәтелә. Улар төрлө төрҙәге стипендиялар, түләүҙәр, матди ярҙамдар, шулай уҡ БР Башлығы һәм РФ Президенты стипендиялары ала.
– Һеҙ ректор ғына түгел, өс малай атаһы ла бит әле. Уларҙың киләсәктә ҡайҙа уҡырға барыуҙары тураһында уйланаһығыҙмы?
– Улдарыма 6,8,10 йәш кенә әле. Кесе улым Нур 1-се класҡа бара, Асҡар менән Урал гимназияла уҡыйҙар. Уларҙың ниндәй вузды һайлауҙары тураһында әлегә һөйләргә иртәрәк. Улдарымдың теүәл һәм гуманитар фәндәр менән ҡыҙыҡһыныуы һиҙелә. Ә беҙ, атай-әсәй булараҡ, балаларҙың тормошон күҙәтеп барабыҙ. Әгәр ҙә улар башҡа төбәккә уҡырға инһә, шунда эшкә ҡалып, өйләнеп, төпләнеүен көт тә тор. Ә миңә балаларым менән йылына бер тапҡыр осрашып ҡына ҡалмай, ейән-ейәнсәрҙәремде йышыраҡ күреп, уларҙы тәрбиәләшкем килә. Мин ғаилә традицияларын һаҡлау яғындамын. Балаларымдың бөтәһе лә янда булып, ейән-ейәнсәрҙәремдең бергә аралашып, дуҫлашып йәшәүен теләйем.
– Һеҙҙең уҡыу йорто башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
– Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы – идаралыҡ кадрҙары әҙерләү буйынса танылған бренд, тип әйтергә була. Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар район хакимиәттәре башлыҡтары, министрҙар, Дәүләт Думаһы депутаттары, эре предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәре булып китә. Академия элиталы етәкселәр әҙерләү миссияһын дауам итә. Әлбиттә, хәҙер юғары белем биреү программаһы буйынса түгел, ә өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса. Быйылдан башлап беҙ студенттарҙы ҡабул итмәйбеҙ, төп көстө һөнәри белемде, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтәбеҙ. Был йүнәлештәр буйынса уҡытыу программаһы теҙмәһе яңыртылған һәм киңәйтелгән. Өҫтәмә белем биреү өлкәһендә беҙ республиканың күп кенә муниципаль берәмектәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, улар иҫәбендә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары һәм уларға яҡын райондар бар. Академияла юғары кимәлдәге чиновниктар әҙерләнһә лә, бында шулай уҡ бизнесмендар өсөн дә бик яҡшы программа тормошҡа ашырыла. Миҫал өсөн Рәсәй халыҡ хужалығын ойоштороуға идара итеү кадрҙарын әҙерләү Президент программаһын килтереү ҙә етә. Беҙҙең уҡыу йорто был масштаблы һәм уникаль программаны тормошҡа ашырыусы төбәк майҙансыҡтарының береһе булып тора. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда белем биреү һөҙөмтәһенең күрһәткестәре юғары: беҙҙең академияны тамамлаусыларҙың һәр өсөнсөһө сит илдә стажировка үтһә, Рәсәй буйынса кәмерәк – уртаса һәр 10-сы кеше генә.
Республика һуңғы өс йылда сит ил етәкселәренә стажировка үткәреүгә пилот майҙансыҡҡа әүерелде. Беҙгә Франциянан, Германиянан да етәкселәр килә. Киләсәктә Норвегия менән хеҙмәттәшлек итергә иҫәп тотабыҙ.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө көндә өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеларына ихтыяж бармы? Улар үҙҙәрен аҡлаймы?
– Бөгөн бөтә нәмә йылдам үҙгәрә, бер һөнәр икенселәре менән алмашына. Шуға белемеңде һәр ваҡыт яңыртып торорға кәрәк. Өҫтәмә белем биреүгә килгәндә, статистика шуны күрһәтә: бөтә илдә өҫтәмә белем алыусылар һаны йыл һайын 20 процентҡа арта бара. Был аңлашыла ла, эшләгән кеше йыл һайын үҙенең квалификацияһын күтәрергә, һөнәри үҫеш алырға тейеш. Мәҫәлән, стажировка үтеү, остазың менән эшләү, семинарҙарҙа, курстарҙа ҡатнашыу, интернет-ресурстарҙа материалдарҙы үҙаллы өйрәнеү һәм башҡа саралар.
Республика етәкселеге һөнәри белем биреүгә иғтибарҙы арттырҙы. Быйылдан башлап академияла Республика һөнәри компетенция үҙәге эшләй башланы. Дистанцион белем биреү – был тәңгәлдә мөһим йүнәлеш булып тора. Киләсәк - электрон белем биреү ҡулында. Бөгөнгө көндә һәр ерҙә лә он-лайн курстар киң йәйелдерелә, беҙҙең уҡыу йорто ла артта ҡалырға тырышмай. Заманса технологияларҙы ҡуллана белеү программаны тыңлаусылар өсөн дә бик файҙалы.
– Илгиз Раян улы, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Эшегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Әңгәмәне
Фәриҙә МӨХӘМӘҘУЛЛИНА ҡорҙо.
Читайте нас