Саф һауала күңел асырға ла шәп мәл. Айырыуса йәштәр, ҡаланың төрлө урындарын-да йыйылышып, бейеү батлы ойоштора. Замана бейеүселәрен Салауат кинотеатры эргәһендәге аллеяла ла осратырға мөмкин (һүрәттә). Улар бер урында ғына йыйылмай, сауҙа үҙәктәре эргәһендә, ял парктарында бейеү бәйгеһе ойошторалар. Бындай күренешкә осра-һағыҙ, аптырап ҡалмағыҙ. Бейергә әүәҫ булһағыҙ, дәртле йәштәргә үҙегеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ.