Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Зауыҡлы әҙәбиәт киләсәген уйлағанда…

Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованы бик күп йылдар беләм. Ике ҡыҙы ла Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназияла башланғыс синыфта минең уҡыусыларым булды. Гөлназ менән Айгөл икеһе лә уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәне, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштылар, төрлө спорт ярыштарында миҙалдар, грамоталар яуланылар.

Кесеһе Айгөл мәктәп күләмендә «Һылыуҡай» бәйгеһендә Гран-при яулаһа, Гөлназ 2 йыл рәттән гимназия Президенты булып «хеҙмәт итте»; мәшһүр «Урал батыр» эпосы буйынса республика ҡобайыр бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар алыуға иреште. Ҡыҙҙар әҙәбиәт һәм тел өлкәһендә фекерләү ҡеүәһе буйынса башҡа уҡыусыларҙан гелән айырылып торҙо – үҙҙәре лә шиғыр яҙып, уларҙы ҡала, республика күләмендәге матбуғатта даими баҫтырып барҙылар.
Әйткәндәй, ошондай һәләтле балалар үҫтереүсе шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова ижадының ҡап яртыһын балалар әҙәбиәтенә бағышлап яңылышмаған. Шиғырҙарының иң тәүге тыңлаусылары ла – үҙенең ҡыҙҙары.
«Мин – ҡояшҡай» (Китап, 1997 й.) тигән китабының исем туйын, шағирәнең ата-әсәһен ҡунаҡҡа саҡырып, ҡала күләмендә гөрләтеп үткәргәнебеҙ әле булһа хәтеремдә. Балалар шиғырҙар ятларға атлығып торҙо, бейергә маһирҙар ине. Ошо сара айҡанлы шағирә һүҙҙәренә яҙылған композитор Рәмил Ғимраниҙың «Өй эйәһе» тигән йыры ул саҡта ҡала күләмендә генә түгел, ә бөтә республикала билдәле булып китте, хатта уны «Сәңгелдәк» тапшырыуында яратып йырланылар.
Ғөмүмән, шағирәнең ижади эш-мәкәрлеге педагогика өлкәһе менән тығыҙ үрелеп бара. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләгән осоронда (етәксеһе – яҙыусы Флүр Ғәлимов ине) ҡала күләмендә ниндәй генә юбилейҙар үткәрмәне лә, ниндәй генә саралары халыҡ күңеленең рухын байытманы.
Ижади шәхес һәр саҡ ябай бәндәләргә бер фәрештә булып тойолоусан. Әммә улар менән яҡындан танышып, аралашып йәшәһәң, бөтөнләй икенсе донъя асҡандай булаһың.
Мин Рәшиҙә Шәмсетдинованың шә-хесен ябайҙарҙан да ябай итеп беләм. Кеше ни тиклем бөйөгөрәк, талантлыраҡ, ул шул тиклем дә ябай, ихлас, балаларса самимиға әйләнә бара. Әҙибә миҫалында күрәм мин был тәбиғи ҡанунды.
Кемдер һорар: ни өсөн халыҡ араһында (ҡала күләмендә тиеүем) ул һуңғы ваҡыт күренмәйерәк башланы?! Унынсы тиҫтәне ваҡлаған ауырыу ғәзиз әсәһен бағырға ауылға күсеп ҡайтырға мәжбүр булды шағирә. Ваҡытлыса. Аллаһы Тәғәлә биргән ошо һынауҙы ул үҙ иңдәрендә, тейешенсә ҡабул итә һәм күтәрә белә. Бер ниндәй ҙә күҙ йәштәре, һыҡрау, яныуҙарһыҙ хәҙер өсөнсө йыл түшәктә ятҡан әсәһе янында көләкәс бала, яғымлы ҡыҙ, өлгөр әсәй, миһырбанлы өләсәй фиғелендә, булғанына шөкөр итеп, йәшәй белә. Күптәргә өлгө был күренеш! Яратҡан эшен ташлап, ғәзиз ижади мөхитенән айырылып, тауҙар-урмандар төпкөлөнә (үҙе әйтмешләй) Робинзон Крузо һымаҡ ҡайтып китеүе уға еңел бирелмәгәндер. Әммә ул «Дефо» шиғырындағыса:
«Бирешергә иҫәбем юҡ,
Дефо ла бирешмәгән.
Минме ебеп төшөр ҡатын
Мораҙға ирешмәгән?!»
тип юҡҡа ғына әйтмәй. Рухы көслө, ныҡ шағирәнең. Рухы яҡты һәм бай! Рухы таҙа һәм сәләмәт! Шуға ихлас һөйөнөүем.
Әйткәндәй, бәндә аяғы баҫылмаған ҡарурман һымаҡ серлелек тә хас әҙибәнең шәхсиәтенә. Мин уның «Һөйөү менән гонаһ йәнәшә» тип аталған повесть яҙып бөткәненә үҙем шаһитмын. Тик ул был әҫәрен матбуғатта күрһәтеп бармай ниңәлер. Яҙыусының ижад лабораторияһына беҙҙең һис тә генә ҡыҫылырға хаҡыбыҙ юҡ, әлбиттә. Ә, бәлки, был әҫәр бөгөнгө көндә роман кимәлендә үҫеп яталыр. Киләсәктә күрербеҙ, иншалла! Һәр хәлдә хәйерлегә юрайыҡ! Уның китап булып баҫылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Ә әлегә һүҙем – «Ысыҡ һутындағы ҡисса» хаҡында. Поэзияла ынйы бөртөктәре табыу – хәҙерге заманда энә менән ҡойо ҡаҙыуға бәрәбәр. Китап бик күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер тип уйлайым. Торомбаш булып янып бөткән бәғерҙәргә ысыҡ һуты булып тамып, яңынан йән өрөрҙәй китап ул. Шәхсән, мин ошо китапты ҡулыма алып, йәнемә дауа алам. Китапты әле һаман уҡымай әрәм булып ятыусыларға һүҙем – йәнегеҙҙе сихәтләгегеҙ килһә, табығыҙ Рәшиҙәнең китабын, уҡығыҙ!
Исеменән күренеп тора: китап һүҙ оҫтаһы тарафынан тыуҙырылған; йөрәк менән аҡыл, хеҙмәт менән талант берлегенән хасил булған. «Әҙәбиәттең кимәлен таланттар билдәләй», – тип яҙғайны билдәле телсе, ғалим Ғайса ағай Хөсәйенов. Һис шикһеҙ хаҡ һүҙҙәр!
Рәшиҙә Шәмсетдинованың ижады – бөгөнгө әҙәбиәт кимәлен билдәләр ижад.Уға талмаҫ ҡанаттар, ижади текә үрҙәр насип булһын!
Ә арҙаҡлы яҙыусы исемен йөрөткән Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһына тәҡдим ителеүенә кил-гәндә… Шағирәгә уны бирмәй ҡалыу ғәҙеллек булмаҫ, минеңсә. Шағирәнең ижады быға һүҙһеҙ лайыҡ!
Көслө зауыҡлы, нәфис әҙәбиәтле киләсәгебеҙ тураһында уйланырға урын бар, йәмәғәт…Ә ул, иманым камил, йә ҡояшҡайға әйләнә алған, йә боланды бейеткән, йә фәрештә ҡанатына ултырыу бәхетен кисергән, йә йыһанға хаж ҡылып, ысыҡ һутына ҡисса яҙыу маһирлығына эйә тап Рәшиҙә Шәмсетдинова һымаҡ таланттар ҡулында.
Читайте нас