Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 12:45

Стәрлетамаҡтан София Белаш дзюдо буйынса көмөш миҙал һәм илдең йыйылма командаһына урын яуланы.

Стәрлетамаҡта дзюдо менән ҡыҙыҡһынған, был көрәш төрө менән ныҡлап шөғөлләнгән балалар байтаҡ . Шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алыуға ла өлгәшәләр улар.

Мәҫәлән,бына яңыраҡ ҡына Стәрлетамаҡ спортсменкаһы София Белаш 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса Красноярста уҙған бөтә Рәсәй турнирында сығыш яһаны.
Уңышлы сығышы менән йәш спортсменка көмөш миҙал һәм илдең йыйылма командаһына урын яуланы.
“Беҙҙең балалар был спорт төрө менән ихлас шөғөлләнә һәм еңеүҙәр яулай.София дзюдо мәктәбенең тағы ла бер бөтә Рәсәй ярыштарының еңеүсеһе, спорт мастеры, Европа призеры, Чили кадеттар араһында донъя беренселеге еңеүсеһе Карен Галсяндың уңышлы карьераһын ҡабатлаусы булыр тип уйлайым”,- тине дзюдо мәктәбе тренеры Юрий Зубков.
Софияның бер туған һеңлеһе Настя ла дзюдо буйынса атаһының юлын дауам итеп килә икән.
Кескәй дзюдосылар өсөн София хәҙер абруй ҡаҙанған, үрнәк алырлыҡ спортсмендарҙың береһе.
Г.Ҡыуатова.
Читайте нас