Яғыулыҡҡа өҙөклөк 18 ғинуарҙан уҡ күҙәтелгән булған. 27 ғинуар яғыулыҡ станцияларында ҙур сират хасил булыу сәбәпле, бер өлөшөн ябырға тура килгән. Хабаровскийҙар АИ-92 һәм АИ-95 яғыулығына ҡытлыҡ кисерә. Баҡтиһәң, былар барыһы ла план буйынса нефть эшкәртеү заводын яңыртыу менән бәйле икән. 1 февралдән ғәҙәти эш графигына ҡайтасаҡ тиһәләр ҙә, етештереү циклына һаман инә алмай. Әлеге ваҡытта, урындағы властәр яғыулыҡты дәүләт резервтарынан алырға һөйләшкән. Хабаровскийҙың илле ике яғыулыҡ станцияларынан уныһында ғына яғыулыҡ ирекле һатыла. Башҡаларынан карточка буйынса ғына алырға була.