Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 07:52

Баланың үлемендә телефон ғәйеплеме?..

Мәскәүҙә бер уҡыусы ванна ингән саҡта һыуға смартфонын төшөрөп ебәреп, шунда уҡ йән биргән.

14 йәшлек ҡыҙ ваннала йыуынырға инеп, оҙаҡлағас, әсәһе ҡыҙының хәлен белергә булған. Йыуыныу бүлмәһен асып ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, ғәзиз балаҡайының үле кәүҙәһе һәм розетканан һуҙылған телефон сымдары... Кеҫә телефоны һыуға төшөп китеп ҡыҙҙы ток һуҡҡан.
Был хәлдән алда ғына, бер билдәле блогерҙың улы ла йыуыныу бүлмәһенә телефоны менән инеп шулай уҡ токтан һуғылып үлгәйне.
Йыуыныу, йоҡо бүлмәләрендә, карауат эргәһендә кеҫә телефонын зарядкаға ҡуймауығыҙ һорала, сөнки аҙағы ҡыҙғаныс тамамланыуы ихтимал. Улай ғына ла түгел, ғалимдар әйтеүенсә, ярты метрҙан арыраҡ ятҡан кеҫә телефоны юғары вольтлы сым аҫтында ял итеп ятыу менән тиң. Телефон зарядкала торғанда ла һөйләшеү тыйыла.
Хәүефһеҙ ҡағиҙәләрен дә, телефондың зарары тураһында ла онотмаһаҡ ине.
Г.ҠЫУАТОВА.
Читайте нас