Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән кеүек, командалар ҙа төрлө яҡтан оҫталыҡтарын күрһәтәсәктәр. Мәҫәлән, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, электрон ҡоралдан атыу, гер спорты, турникта күтәрелеү ярыштарында үҙ көстәрен һынап ҡараясаҡтар. Шулай уҡ хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек (ГТО) нормативтарын тапшырып ҡына ҡалмаясаҡтар, уның барлыҡҡа килеү тарихы буйынса интеллектуаль конкурстар уҙғарыу ҙа ҡаралған.