Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 09:56

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сентябрҙә үтәсәк.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сентябргә күсерелде.

Был ваҡытта илдә эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуы көтөлә.
2021 йылда халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы ҡарарҙы , эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарап билдәләрбеҙ тигәйне, РФ хөкүмәте 2020 йылдың йәйендә.
Әлеге ваҡытта илдә covid -19 эпидемияһы менән көрәш ыңғай динамика бирә, яңы ауырыу осраҡтары һаны яйлап кәмей, вакцинация программаһы эшләй башланы.
Шуға күрә, сентябрь айы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә - “мөмкинлектәр тәҙрәһе” н асыуҙа иң хәүефһеҙ ваҡыт тип билдәләнә.
Беренсенән, яңы мөмкинлектәр осоро 2020 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу берләшкән милләттәр ойошмаһы сиктәрендә тәҡдим ителгән дөйөм милли раунд срогына тап килә. Сентябрҙә халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү ваҡыт-ваҡыт ҡабатланып тороуҙы һаҡлау һәм аныҡлыҡ өсөн статистика мәғлүмәтен сағыштырма анализ булараҡ артабан милли, халыҡ-ара кимәлдә лә тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
Икенсенән, халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙең мөһим критерийы йәшәгән урыны буйынса халыҡтың күпләп булыуы.
Росстат үткәрелгән анализ күрһәтеүенсә, һуңғы тиҫтә йыл эсендә халыҡ иҫәбен алыу осоро сентябрь айында иң оптималь тип һанала. Был ваҡытта, кешеләрҙең ялға ҡайтҡан, уҡыу, эш йылына әҙерләнеү ваҡыты. Тап ошо айҙа, халыҡ дәүләт менән төрлө мәсьәләләр хәл итә, электрон хеҙмәттәр менән йышыраҡ файҙалана икән. Улай ғына ла түгел, сентябрь айында һауа шарттары ла уңай булған ваҡыт.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эпидемиологик хәл-торошона бәйле, халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү ваҡыты үҙгәреүе тураһында АҠШ, Аргентина, Бразилия, Эквадор, Ҡырғыҙстан һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙәге статистика хеҙмәттәре белдергәйне.
Илдәге пандемия өсөн халыҡ иҫәбен үткәреү генә түгел, бөтә донъяла барған ҙур күләмле сараларға, шул иҫәптән олимпиадалар-2020, футбол буйынса Европа чемпионаты, Евровидение һ. б.үҙгәрештәр индерелде.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр һанлы форматта үтәсәк. "Госуслуги" порталында рәсми теркәлгән һәр кем иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултыра ала, иҫәп алыусылар өйҙәр буйынса планшеттар менән йөрөйәсәк. Шулай уҡ, иҫәп алыу ҡағыҙҙарын күп функциялы үҙәккә лә тапшырырға мөмкин.
Читайте нас