Стәрлетамаҡтың ике юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы һәм Өфө дәүләт нефть -техник университетының беҙҙәге филиалы ғәҙәти уҡыу графигына күсте.
БДУ студенттары 15 февраль һәм 1 марттан офлайн уҡый башлай.
Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының уҡытыу-методик эштәр буйынса проректоры “ғәҙәти уҡыу режимына күскән хәлдә лә, лекциялар дистанцион форматта үтәсәк һәм аудиториялағы эш төрҙәре ваҡытында, мотлаҡ рәүештә битлек кейеүҙе талап итәсәкбеҙ,” -тине Азат Ғәлимханов.
Теманы дауам итеп, 2021 йылда БДИ-ны тапшырыу көндәре билдәле булды, төп осор - 31 майҙан 2 июлгә, өҫтәмә осор - 12 июлдән 17-һенә тиклем.
31 май- география, әҙәбиәт һәм химия;
3- 4 июндәрҙә – рус теле;
7 июнь- математик;
11 июнь-тарих һәм физика;
15 июнь- биология;
21-22 июндәрҙә-сит телдәрҙән;
24-25 июнь- информатика.
Резерв көндәр 28-29 июнь, 2 июль, өҫтәмә осор – 12,13,14 һәм 17 июль.
Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған уҡыусылар өсөн рус теленән һәм математиканан сығарылыш имтихандары 25 һәм 28 майҙа була, резерв көндәр 8 һәм 10 июнь, өҫтәмә осор июлдә һәм сентябрҙә.