Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 19:12

Ә һеҙ һаман йоҡламағанһығыҙмы?

Һеҙ беләһегеҙме, һуң йоҡларға ятыу һаулыҡ өсөн бик зыянлы икәнен?

Кеше үҙенең булмышы менән ҡыҙыҡ ҡына ҡоролған: ҡайҙалыр ашығабыҙ, донъя, эш тип сабабыҙ, көйәбеҙ, янабыҙ. Ә бит кеше ғүмере бит тәбиғәттең бер миҙгеле кеүек бер мәл генә. Уның кеүек яралабыҙ, тыуабыҙ, сәскә атабыҙ, емеш бирәбеҙ, бер көн килеп һулыйбыҙ... Ҡапыл һулыуҙың сәбәбе булып ана шул алһыҙ-ялһыҙ эшләү, ваҡытында йоҡларға ятмау тора. Һеҙ беләһегеҙме, һуң йоҡларға ятыу һаулыҡ өсөн бик зыянлы икәнен. Мәҫәлән:
1. Аҡыл зыян күрә.
Кешенең мейеһе төнгө сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем әүҙем ял итә. Көн һайын төнгө 11-ҙән һуң йоҡларға ятҡанда, яйлап-яйлап аҡыл кимәленә зыян килә. 11-ҙән 1-гә тиклем йоҡламағанда, йәшәү көсө кәмей. Нервы системаһы ҡаҡшай: хәлһеҙлек һәм бөтә тән емерелеп барған кеүек тойғола. Төнгө 1-ҙән 3-кә тиклем йоҡламаусыларҙа асыу, юҡ-барға ҡуҙғып барыу көсәйә. Мейе яҡшыраҡ эшләү өсөн ваҡытында ял итергә тейеш.

2. Матурлыҡ кәмей.
Йоҡо һаулыҡ өсөн генә мөһим түгел, ул матурлыҡты һаҡлауҙың иң ябай һәм һөҙөмтәле ысулы ла. Йоҡлаған ваҡытта күҙәнәктәр яңыра һәм туҡымалар тергеҙелә.
3. Хроник арыуға килтерә.
Ваҡыт үтеү менән организмда эске көсөргәнеш үҫә. Яҡшы итеп ваҡытында йоҡлаған ваҡытта организм үҙәнен-үҙе быға ҡаршы тора ала. Һөҙөмтәлә хроник арығанлыҡ барлыҡҡа килә һәм организм үҙе унан арына алмай.
4. Иммунитет ҡаҡшай.
Барыһы ла аңлашыла: төндә организм ял итә, көс йыя, яңыра, көндөҙ алған кире эҙемтәләрҙе нейтралләштерә, шул рәүешле иммун системаһын нығыта. Төндә иммун системаһы күҙәнәктәре әүҙемләшә, организмға көндөҙ килеп эләкән бөтә зарарлы микроорганизмдарҙы юҡҡа сығара. Даими йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәрҙә киҙеү, ОРВИ һәм һалҡын тейҙереп ауырыу хәүефе өс тапҡырға арта. Ололарға сәләмәт булыу өсөн 7 – 8 сәғәт йоҡлау кәрәк.
5. Артыҡ килограмдар.
Америка ғалимдары иҫбатлауынса, даими рәүештә йоҡоһоҙлоҡтан интеккән ҡатын-ҡыҙҙар тиҙерәк һимерә. Оҙайлы йоҡо булмауы матдәләр алмашыныу процесын да тотҡарлай. Шуға күрә һуң йоҡларға ятырға яратыусыларға кәүҙә ауырлығы йыйыу ҡурҡынысы ике тапҡырға күберәк янай.
6. Ҡартайыу.
Төнгө йоҡо ваҡытында тире күҙәнәктәре тергеҙелә, ҡан әйләнеше яҡшыра, һөҙөмтәлә күҙәнәктәр кислород һәм аминокислоталар менән байытыла. Тире шымара һәм мимик йыйырсыҡтар яҙыла.
Әммә бының өсөн кәм тигәндә 8 сәғәт йоҡларға кәрәк.
Г.ҠЫУАТОВА.
Читайте нас