Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 08:26

“Рәсәй саңғы юлы - 2021” Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан дуҫтарын йыя.

2021 йылдың 13 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә “Рәсәй саңғы юлы -2021”традицион саңғы ярышы үтәсәк.

Ҡалабыҙҙағы спорт сараларын асыу тантанаһы Кочетов урамында урынлашҡан “Содовик” спорткомлексы янындағы саңғы трассаһында иртәнге сәғәт 11:00 башлана, ә Стәрлетамаҡ районы буйынса Алатана ауылында уҙасаҡ.
«Рәсәй саңғы юлы»нда табиптың рөхсәт ҡағыҙын алған һәр кем ҡатнаша ала. Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнә. Ярыштар уҙғарылған урында старттан ике сәғәт алда старт номерҙарын һәм фирма башлыҡтарын биреү ойошторола.
Г.Ҡыуатова.
Читайте нас