Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 11:12

Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа...

Һуңғы ваҡытта суд приставтарына эләгә алмаусылар тарафынан, байтаҡ ҡына ялыуҙар йыйылған.

Шуға күрә, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы, граждандарҙы шәхси ҡабул итеү алдан яҙылыу нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ тип билдәләне. Ведомствоның рәсми сайтында “Шәхси ҡабул ителеүгә яҙылыу” (“Запись на личный прием” ) тигән сервис эшләй. http://r02.fssp.gov.ru/fssponline/. Уның ярҙамында теләгән һәр кем бүлексәләр начальниктарына– район һәм ҡала бүлексәләренең өлкән суд приставтарына, уларҙың урынбаҫарҙарына һәм суд приставы-башҡарыусыларға шәхсән ҡабул ителеүгә яҙыла ала.
Ҡабул ителеүгә яҙылыу өсөн ЕСИА (гражданин дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм дәүләт порталында теркәлгән булырға тейеш) аша авторлашыу мотлаҡ. Унан мөрәжәғәт итеүеңдең сәбәбен яҙырға, үҙеңдең шәхси мәғлүмәттәреңде индерергә, ҡабул ителеүгә яҙылыуҙың датаһын һәм ваҡытын билдәләргә кәрәк буласаҡ.
Граждандарҙы ҡабул итеү Дуҫлыҡ урамы, 3 һанлы йортта сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Граждандарға битлектә һәм бирсәткәлә килеү мотлаҡ һәм барыһы ла тән температураһын үлсәү процедураһын үтергә тейештәр. Алдан яҙылмай килгән граждандар, йәки көслө вирус инфекцияһы (ОРВИ) билдәләре менән килеүселәр, шулай уҡ шәхси һаҡланыу саралары булмағандар ҡабул ителеүгә индерелмәй.
Шулай уҡ , ғаризаларҙы, юллауҙарҙы һәм ялыуҙарҙы дәүләт хеҙмәттәре порталынан йә почта аша ебәрергә лә мөмкин.Белешмә өсөн телефон: 8(3473)20-88-78.
Г. ҠЫУАТОВА.
Читайте нас