Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 08:37

Башҡортостандың Юғары судында Стәрлетамаҡтан 29 йәштән 50 йәшкә тиклемге 18 кешенән торған наркотик һатыусы төркөм ағзаларына ҡарата хөкөм сығарылды.

Улар РФ Енәйәт кодексының бер юлы ике статьяһы буйынса ғәйепләнә: “законһыҙ наркотик матдәләр әҙерләү" һәм "төркөм менән ойошторолған ҙур күләмдә наркотик таратырға ниәтләү”.

Тәфтиш органдары белдереүенсә, 2017 йылда 44 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе Салауат ҡалаһынан ике кешене наркотиктар таратырға өгөтләгән, унан был төркөмгә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан башҡа кешеләр ҙә ылыҡтырылған.
Төркөмдәгеләр наркотик матдәләрҙе ҙур күләмдә алған, уларҙы фатирҙарға таратҡан, ваҡлап ҡаптарға тултырған һәм һатыуға сығарған.
Ғәйепләнеүселәрҙән ун килограмдан ашыу наркотик матдә, уларҙы үлсәү һәм ҡапҡа һалыу әйберҙәре тартып алынған.
Суд ултырышы барышында хөкөм ителеүселәр енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен танымаған.
Суд уларҙы дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында биш йылдан ун ете йылға тиклем иректәренән мәхрүм итте.
Г. Ҡыуатова.
Читайте нас