Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 10:06

”Алға” тип аталған иҡтисади зона территорияһында “БашБалыҡ” тип исемләнгән балыҡ продукцияһы етештереү комплексы эшләй башлаясаҡ.

Был проектты “ Инвест сәғәттең”ултырышында “Бионика” компанияһының директоры Сәлим Шарыпов тәҡдим итте.

Инвесторҙар тарафынан балыҡтың бикре һәм йәйен тоҡомдары үрсетеү һәм эшкәртеү буйынса комплекс асыу планлаштырыла. Яңы заводта гидробионт үҫтереү буйынса, һатыуға сығара торған балыҡ һәм деликатестар эшләү комплекстары буласаҡ. Проектҡа инвестициялар күләме 5,3 млрд һум тип баһалана, тимәк был 120 эш урыны булдырыла тигәнде аңлата.
“Продукция етештереү буйынса сит ил тәжрибәһен өйрәнеп, республика менән берлектә беҙ был проектты яҙғыһын уҡ тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ.Шулай уҡ балыҡтарҙан төрлө диетик ризыҡтар эшләп социаль учрежденияларға ла һатыу ҡаралаған”,-тине Сәлим Шарыпов.
Властәр ошо инвестицион проектты айырым иҡтисади зоналар проекттары исемлегенә индерергә тигән ҡарар ҡабул итте.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Республикала балыҡ ризыҡтарына ихтыяж ҙур. Был эш барып сыҡһын өсөн барыһы ла тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер.
Г. Ҡыуатова.
Читайте нас