Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 07:31

Стәрлетамаҡ ҡалаһы йәмәғәт транспортында юл йөрөү хаҡы арта.

“Башавтотранс” автобустары үҙ маршруттарына хаҡтарҙы күтәрә.

Яңы тариф ағымдағы йылдың 1 мартынан ғәмәлгә инәсәк һәм ул республиканың бөтә ҡала һәм ауылдарына ҡағыла. Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, "Башавтотранс" ДУП-ының Стәрлетамаҡ филиалына түбәндәге йәмәғәт транспорттары инә: 7,15,17,31,32,33,35,36,12к,34. Ошо һандарҙағы йәмәғәт транспортына ҡулаҡса йәки карта менән иҫәпләшеү 27 һум булһа, «Алға» транспорт картаһы менән 20 һум тәшкил итәсәк.
Г.Ҡыуатова.
Читайте нас