Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:
-социаль-көнкүреш тауарҙары;
- халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (шул иҫәптән халыҡ кәсептәре һөнәрселеге һәм сәнғәт);
- аҙыҡ-түлек тауарҙары;
- кешеләр өсөн хеҙмәттәр;
- социаль-көнкүреш хеҙмәтләндереү.
Шулай уҡ конкурс сиктәрендә «сифат буйынса иң яҡшы менеджер» һәм «менеджмент сифатының иң яҡшы системаһы» тип аталған һөнәри оҫталыҡ конкурсына ла йомғаҡтар яһаласаҡ.
Был конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн стандартизация һәм метрология үҙәгенә заявкаларығыҙҙы 1 апрелгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ебәрә алаһығыҙ: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары 82 йорт, 7 ҡатта урынлашҡан 7-2 һанлы бүлмә. Бәйләнеш өсөн телефон: (347)272-87-77.