Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 12:27

Башҡортостанда күп балалы ата-әсәләр отпускты үҙҙәре теләгән ваҡытта ала аласаҡтар.

РФ хеҙмәт кодексына ярашлы, йыл һайын бирелгән түләүле отпускты күп балалы ата-әсәләр үҙҙәре теләгән ваҡытта ала аласаҡ.

Был хоҡуҡ иң бәләкәй балалары 14 йәштән өлкән булмаған , 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡағыла.
Закон сығарыусылар фекере буйынса, был төҙәтмәләрҙе ҡабул итеү күп балалы ғаиләләр өсөн тик файҙаға ғына. Сөнки ата-әсәләр ял ваҡытын тура килтереп бөтә ғаилә менән бергә ял итеүҙәре- ғаилә усағының ныҡлығына ,берҙәмлегенә килтерә.
Г.Ҡыуатова.
Читайте нас