Башҡортостан Республикаһында “ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, ауыл граждандарының тормош сифатын күтәреү, ундағы шарттарҙы ҡаланыҡына яҡынайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйған хөкүмәт,бүленгән аҡсаны ике йүнәлеш буйынса тотонасаҡ.
2,4 миллиард һум социаль инфраструктураны үҫтереү өсөн йүнәлтеләсәк.Уларға 22 төбәк ингән- Адыгея, Алтай, Башҡортостан, Волгоград, Новгород, Смоленск, Томск һәм башҡа өлкәләр. Ауылдарҙа туғыҙ мәктәп төҙөү һәм ремонтлау, дүрт балалар баҡсаһы, ун һигеҙ мәҙәниәт йорто, бер нисә спорткомплекс, амбулаторийҙар, музейҙар төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ, ашығыс ярҙам траснспорты, мәктәп автобустарын һатып алыу, 7,5 меңдән ашыу яңы эш урындары булдырыу ҡаралған.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан республикаһы дәүләт йыйылышында беренсе тапҡыр ауыл хужалығында инвестиция проекттары эшләй башлаясаҡ тигән ҡарар ҡабул ителде. Бынан тыш, ауылдағы ойошмалар һәм эшҡыуарҙар өсөн берҙәм ауыл хужалығы һалымынан тулыһынса азат итеү тураһындағы проект әҙерләнә.
"Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, республикала күптәр өсөн йорттарға газ үткәреү үтә ҡиммәт. Шуға ла халыҡҡа газға бушлай тоташтырыу мөмкинлеге ҡарала.
Шулай уҡ, льготалы ауыл ипотекаһына бер миллиард һум бүленгән. Был 23 мең кешегә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк тип хәбәр итте “Берҙәм Рәсәй” секретаре ярҙамсыһы Дмитрий Кобылкин. Тағы ла төрлө дәүләт программалары төҙәтмәләрен иҫәпкә алып , 2021-2023 йылдарға 186 миллиард һум күләмендә аҡса бүленәсәк.