Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 08:58

Мәңге һүнмәй торған хәтер...

Ватанды һаҡлаусылар көнө- тыуған еребеҙҙе азат итеүселәрҙең һәм һаҡлаусыларҙың батырлығын сағылдырған, данлыҡлы бай традицияларҙы үҙенә туплаған үҙе бер байрам булып һанала. Был көндә беҙ баш осонда тыныс күк йөҙө, тыныс тормошта балалар үҫтереү мөмкинлеге биргән өсөн һәр кемгә бурыслы булыуыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр аңлау өсөн күңелебеҙ һәм йөрәгебеҙ менән үткәндәребеҙҙең онотолмаҫ һәм дәһшәтле биттәренә әйләнеп ҡайтабыҙ. Илебеҙҙе һаҡлаусы яугирҙарҙың батырлыҡтары, уларҙың тыуған ергә сикһеҙ һөйөүе һәм тоғролоғо бөгөнгө һәм киләсәк быуындың хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.

Егерме өсөнсө февраль көндө Стәрлетамаҡта Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә арналған сара иҫтә ҡалырлыҡ , матур уҙҙы. Унда ҡала хакимиәте, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы комиссары Рөстәм Ҡантимеров , ҡала округы Советы депутаттары, ҡала предприятиелары етәкселәре һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.
Сараны ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов асты. Ул "Ватанды һаҡлаусылар көнө – ҡыйыу һәм көслө кешеләр байрамы. Һеҙ туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ышаныслы таянысы ғына түгел, республиканың, илдең ҡеүәтле терәге. Намыҫлы хеҙмәт һәм хеҙмәт батырлығы өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә",- тине үҙенең сәләмләү һүҙҙәрен.
Ҡотлау һүҙҙәрен еткереүҙә ҡалабыҙҙың хәрби комиссары Р. Ҡантимеров та ситтә ҡалманы:
“Ватанды һаҡлау элек-электән ир-егеттең изге бурысы һаналған. Был изге хеҙмәтте ата-бабаларыбыҙ ҙа һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарған. Бөгөнгө көндә лә егеттәребеҙ традицияны дауам итеп, районыбыҙҙың намыҫына тап төшөрмәй хәрби бурысын тейешле үтәйҙәр. Улар киләсәктә лә һынатмаҫ, Тыуған ил алдындағы яуаплылыҡты лайыҡлы үтәрҙәр, тип ышанам".
Һуңынан сарала ҡатнашыусылар мәңгелек утҡа , яугир-интернационалистар стелаһына һәм бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Стәрлетамаҡ батырҙарының монументына тантаналы рәүештә сәскәләр, веноктар һалды.
Г.Ҡыуатова.
Читайте нас