Алты йылға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төбәктә бөтәһе 140 биләмәне тәртипкә килтереү ҡарала. Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһында Октябрьский, Ағиҙел,Нефтекама,Туймазы,Бәләбәй,Дүртөйлө,Яңауыл ҡалалары әүҙем ҡатнаша. Ҡалаларҙағы юлдарҙы киңәйтеү, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү, бордюрҙарҙы яңыртыу, яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйыу, яңы балалар ҡаласығы төҙөү – “Башҡорт ихаталары” программаһының төп маҡсаты булып тора.
“Башҡорт ихаталары” республика программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Программа 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Үткән йыл төбәктә 480 ихата төҙөкләндерелһә, 2024-се йылға тиклем бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү бурысы тора.
Шулай уҡ, БР дәүләт комитеты конкурентлыҡ сәйәсәте ҡала биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса электрон аукцион иғлан итеүе тураһында хәбәр итте. Программала ҡатнашыр өсөн торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта был хаҡта килешеп, ғаризаны муниципалитетҡа ебәрергә тейеш. Ҡабул ителгән ғаризаларҙы комиссия ҡарай. Эш башлар алдынан, урында йәшәүселәрҙең дә теләге мотлаҡ иҫәпкә алына. Аукционда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 5 мартҡа тиклем ҡабул ителә, 10 мартта йомғаҡ яһала.