Бында бөгөн бәйгенең еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр. Сара Башҡортостандың Мәҙәниәт минстрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм уның Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте ҡатнашлығында ойошторолдо.
Конкурстың республика этабында ун ғаилә: Миәкәнән Ғәниевтәр, Салауат районынан Сәйетғәлиндәр, Өфө районы Шамонин ауылынан Мәхмүтовтар, Учалы районынан Үҙәнбаевтар, Хәйбулланан Суриндар, Саҡмағоштан Ильясовтар, Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмөхәмәтовтар, Өфөнән Шәһәрғазиндар ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын еткереп һәм ғаиләләрҙе сәләмләп:
– Һеҙ милләтебеҙҙең рухиәтен, мәҙәниәтен, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙә ҙур өлөш индерәһегеҙ, – тип рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтте. – Был байрам Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған сара. Уны Стәрлетамаҡ ҡоролтайы тәҡдим иткәйне, был Республика конкурсына әүерелде, ә хәҙер уны асыҡ конкурс тип иғлан иткәс, республика кимәлендә генә түгел, башҡа өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар булғанына беҙ бик шатбыҙ. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенән 33 кешелек ҙур ғаилә ҡатнашты. Артабан да был конкурсты үҫтереүгә ниәт бар, беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө икәнен иҫбатлар өсөн, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һанын да арттырырға кәрәктер. Башҡорттарҙың ғаилә көнө булыуы – беҙгә рух, көс өҫтәй, һәр бер ғаиләлә төрлө балалар бар, улар үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен белеп үҫәсәктәр. Өлгөлө ғаиләләр булғанда беҙҙең милләттең киләсәге бар тигән һүҙ, – тип тә өҫтәп китте Эльвира Ринат ҡыҙы.
Еңеүселәргә өс номинация буйынса: “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә оҫталығы” һәм “Ғаилә ижады”нда өсәр урын билдәләнде. Лауреаттарға 30, 50, 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Ырымбур өлкәһенән үҙҙәренең өс балаһы янына 17 баланы тәрбиәгә алған Сарбаевтар ғаиләһе махсус приз – телевизорға лайыҡ булды.
Байрам сараһынан алған тәьҫораттары менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Ғаилә ижады” номинацияһында еңеүсе булған 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған өлгөлө Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе бүлешеп үтте:
– Был конкурс ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамы булып тора. Барлыҡ ойоштороусоларға рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, еңеүебеҙгә һаман да ышанып булмай. Тыуған ҡаламда, театрымда ғаиләм менән сығыш яһау – минең өсөн ҙур мәртәбә, – тип тәҫьораттары менән бүлеште ғаилә башлығы Артур Ишмөхәмәтов. Атаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләп ҡыҙы Әҙилә:
– Үҙемдең башҡорт тамырҙарымды өйрәнеп, әсәйем менән матур-матур селтәрҙәр тегеп, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау – минең өсөн ҡыуаныс, тағы ла ошондай конкурстарҙа ҡатнашҡым килә,– тип үҙенең теләген белдерҙе.
Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Гөлназ Мирхәйҙәрова билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән биш йыл рәттән 1 мартта “Етегән” мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы үткәрелә. Сара быйыл республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән тәүге тапҡыр рәсми рәүештә республика кимәлендә уҙғарыла. Унда сит төбәктәрҙән дә башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Ҙур байрамды ойоштороуға, үткәреүгә Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ субсидияһы йәлеп ителгән.
Ҡасандыр ошо байрамдың шишмә башында торған, тәүге тапҡыр ҡала кимәлендә уны “Етегән” байрамы булараҡ әҙерләгән, урындағы ҡоролтай бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Йосопова әйткәнсә, был сараның ошо кимәлгә сығыуы – республикала ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән башланғыстарҙың нығыныуына асыҡ бер миҫал. Ошондай матур байрамдарыбыҙ күберәк булһын ине, унда күрһәтерлек, ғорурланырлыҡ, һоҡланырлыҡ ғаиләләребеҙ күп булһын!
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.