Был фильмды Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арнап режиссер Айнур Асҡаров төшөргәйне. Кино Башҡортостандың иң матур мөйөшөндә – хозур тәбиғәтле Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлгән. Кастингка килгән 500-ҙән ашыу йәш актерҙар араһынан, иң-иңдәр һайланып алына. Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса , Ильдар Биҡҡулов(Ғабдулла) , Руслан Ҡадаев( Айҙар), Арслан Ғәлиев(Вәзир), Ильяс Кинйәбулатов( Яҡуп) ролдәрен башҡаралар. «Малайҙар актерлыҡ тәжрибәһенә эйә булмаһалар ҙа, тырышып, бик тиҙ арала ролгә инеп уйнанылар,бер-береһе менән уртаҡ тел табып, ҡыйыу ,өлгөр булып сыҡтылар, хатта ҡатмарлы трюктарҙы ла,һәләтле каскадерҙар һымаҡ башҡарҙылар»- ти режиссер.
Сара программаһында фильм ҡарау, режиссерҙар һәм йәш актерҙар менән осрашыу,"Торатау" геопаркынан күстәнәстәр таратыу ҡаралған.