Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 07:25

Март айынан ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Ай башынан балаларҙы йәмәғәт транспортынан түләмәгән өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйыла, сит ил агенттары тураһында законды боҙған өсөн енәйәт язаһы индерелә, персональ мәғлүмәттәрҙе яҡшыраҡ һаҡлау тураһында закон һәм күп кенә башка закондар эшләй башлай. Шуларҙың иң мөһимдәренә туҡталып үтәбеҙ.

16 йәшкә етмәгән балаларҙы , юлға түләмәгән осраҡта ла, йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырыуға ярашлы закон 7 марттан үҙ көсөнә инә . Законға төҙәтмәләр кондукторҙарҙың билетһыҙ уҡыусыларҙы транспорттан ҡыуып сығарыуына бәйле бер нисә осраҡтан һуң ҡабул ителгән.

Персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау тураһында” ғы законға ла үҙгәрештәр индерелде. Яңы нормалар буйынса ҡулланыусыларҙың, мәҫәлән, кибеттәрҙә йәки төрлө хеҙмәт күрһәтеүҙәрҙә ҡалдырған мәғлүмәттәрҙе һаҡлауы ( кешенең исеме,фамилияһы,адресы,телефоны һәм электрон почтаһы )кешенең ризалығын алмайынса таратырға ярамаясаҡ.

Кадастр эше еңеләйә. Кадастр эштәрен комплекслы, күпләп үткәрә алыуға хоҡуҡлы заказсылар исемлеге киңәйтелә. Был бер баҡсасылыҡ ширҡәтендә урынлашҡан төрлө объекттарға ҡағыла. Яңы нормалар 23 марттан үҙ көсөнә инәсәк. Хәҙер дәүләт органдары ғына түгел, физик йәки юридик заттар үҙҙәре генә лә кадастр эштәренә заказ бирә аласаҡ. ( Мәҫәлән,баҡсасылыҡ ширҡәте ағзалары бер юлы бер нисә ергә кадаср эштәрен башҡарыуға заказ биреп,аҡсаларын үҙҙәрендә ҡалдырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡтар- был осраҡта инде хеҙмәт күрһәтеү улар өсөн осһоҙораҡҡа төшәсәк)

Яңы ГОСТ талаптары буйынса “йәше” утыҙҙан уҙған иҫке һәм ретроавтомобилдәр транспорт сараһына паспорт алыу өсөн, махсус экспертиза үтергә тейеш. Беренсе сиратта, машинаның техник торошо, двигателе, тышкы һәм эске “ҡиәфәте” тикшерәләсәк.
Г.Шиһапова.
Читайте нас