Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
4 Марта 2021, 14:02

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы беренсе урын яулаған.

Ҡаланың 2-се һанлы балалар поликлиникаһы “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе» проектында маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшкән уңыштары өсөн беренсе урында!

Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә" селтәрендә поликлиниканың баш табибы Эльвира Ғилванова былай тип яҙған: «Үткән йылда “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе» проектында барыһы 59 медицина ойошмаһы ҡатнашты. Күбеһенсә балалар поликлиникаһына баҫым яһалғайны. 2021 йылда ошо проектта ҡатнашыусыларға уңыштар юлдаш булһын! Бар ҡатын-ҡыҙҙарҙы етеп килгән байрамдары менән ҡотлайбыҙ!”
Г.Шиһапова.
Читайте нас