Вакцинацияны 7 март “Аструм” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда урынлашҡан күсмә һаулыҡ үҙәгендә, иртәнге сәғәт ундан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләтергә мөмкин буласаҡ. Процедура алдынан вакцинация эшләтергә ризалыҡ биреү тураһындағы ҡағыҙ тултырыла, һорауҙарға яуап алына, табип пациенттың хәлен тикшерә. Әгәр һөҙөмтә буйынса прививкаға ҡаршылыҡтар табылмаһа, вакцинация башҡарыла. Үҙегеҙ менән паспорт һәм СНИЛС алырға онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!