Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Март 2021, 07:33

Улы өсөн ғүмер ҡояшы ул!

Кеше яҙмышы йәйғор төҫөләй: бәхетле миҙгелдәр ҙә, ҡайғылы мәлдәр ҙә етерлек. Ҡайһы ваҡыт һағыштарға һалып, әсе елдәй үҙәктәрҙе өҙә. Ҡатмарлы ғүмер һуҡмаҡтарынан яңғыҙы бала үҫтереп, тормош йөгөн үҙе генә күтәреп,балаһына әсәй ҙә, "атай" ҙа булған әсәләрҙең тырышлығына,уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел.

Әсә йөрәге үҙ балаларын, уларҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, берҙәй тигеҙ ярата. Балаһын үҫтереп аяҡҡа баҫтырыу теләге, уның яҡты матур киләсәгенә өмөт хистәре әсәгә көс-ҡеүәт бирә. Шул көс Әнисәнең барлыҡ уйҙарын ғәзиз берҙән-бер улы Алмаз менән бәйләй. Бар йөрәген балаһына бирә әсә кеше. Ер йөҙөндә күпме әсә бар. Уларҙың барыһы ла оло хөрмәткә, данға лайыҡ. Бөтә әсә лә бөйөк ул. Тик бөгөнгө һүҙем бер генә әсә - сығышы менән Ишембай районының Ураҙбай ауылы ҡыҙы Әнисә Шәрәфетдинова хаҡында булыр. Көслө рухлы, сая, сабыр башҡорт ҡыҙы Әнисә тураһында бер генә һүҙ менән йөрәктәге иң нескә тойғоларҙы еткерә алмаҫлыҡ кеүек. Ундай ҡөҙрәтле һүҙҙәр донъяла юҡ та, булмаҫ та. Үҙенсәлекле бала әсәһе Әнисә Шәрәфетдинова күк йөҙөндәге яҡты ҡояш кеүек. Ҡояш ерҙәге тереклекте йәшәтә, һаҡлай икән, шуның һымаҡ Әнисә лә улына донъя тотҡаһы, тормош нигеҙе, ғүмер ҡояшы ул...
Әлеге ваҡытта ул Стәрлетамаҡ районы советында әйҙәүсе белгес булып эшләп йөрөй. “Ғаиләлә биш бала үҫтек. Мин иң төпсөгө. Атайым колхозда эшләһә, әсәйем уҡытыусы булып эшләй ине. Ауыл ерендә эш бик күп булһа ла әсәйем кистәрен, ваҡыт табып, беҙгә әкиәт, төрлө тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләй торғайны. Мин ҡыҙ бала булһам да, гелән атайыма булыша торғайным. Ғөмүмән, был ҡыҙ эше,был егет эше тип торманылар. Кәрәк икән емерә һуғып утынын да ярҙыҡ,бесәнен дә саптыҡ,башҡа ауыр эштәрҙе лә башҡара торғайныҡ" тип хәтерләй үҙенең бала сағын Әнисә.
Биш балаһын да бәләкәй генә саҡтарынан эшкә өйрәтеп, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп үҫтерергә тырыша Шаньязовтар ғаиләһе.Бигерәк тә кесе ҡыҙҙары әүҙем, һәләтле булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнай, һүҙгә маһир булып үҫеп еткән, мәктәпте яҡшы тамамлаған Әнисә, Стәрлетамаҡ педагогия институтында ла һынатмай. Уҡыған ваҡыттарҙа уҡ башҡорт дәүләт драма театрында әҙәбиәт бүлегендә эшен башлай. Уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес Өфө ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә, Киров районы хакимиәтенең дөйөм бүлеге белгесе һәм ҡала хакимиәтендә эшләп китә.
«Мин башҡаларҙан айырылып бармаған ҡәҙимге кешемен. Ауылда күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, ҡалаға сығып китеп, белем алып,эшләп алғас,тормошҡа сыҡтым. Тик иптәшем менән тормошобоҙ килеп сыҡманы-айырылыштыҡ. Балам ауырыу ине... Ул бик һуң атлап, һөйләшеп китте. Мин уны Стәрлетамаҡтағы 93 һанлы махсус балалар баҡсаһына йөрөттөм.Мин үҙемде яңғыҙ ҡатын тип әйтмәҫ инем. Балаһы булған ҡатын -ул яңғыҙ булмай. Ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, миңә әсәй булыу бәхетен биргән улым өсөн рәхмәтлемен. Мин уны нисек бар шулай яратам һәм ҡабул итәм. Аллаға шөкөр һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған туғандарым булыуы менән бәхетлемен”, - тип йылмая Әнисә. Шул ваҡытта, әйтерһең дә уның күҙҙәренән нурҙар сәселә. Уның һәр һүҙе көс-дәрт өҫтәй, йәшәүгә илһам биргәндәй тойола.
Әлеге ваҡытта Алмаз ҡаланың 20 һанлы махсус коррекцион мәктәптә белем ала. Башҡорт рухлы, дәрт-дарманлы булып үҫеп килгән Алмаз, “Торатау” бейеү ансамбленә,башҡорт драма театрына үҙе теләп, яратып йөрөй. Башҡорт йырҙарын тыңларға ярата,бигерәк тә Зәйнетдин,Элвин Грей башҡарыуындағы йырҙарҙы үҙ итә. Ул ғына ла түгел, бына ике йыл самаһы Әнисә улы менән Башҡортостан тәбиғәте буйлап сәйәхәт итә икән. “Ҡышҡы ялдарҙы Торатауға менеп тамамланыҡ. Йәйгеһен Ирәмәлдә, Айғырҙа, Силәбе өлкәһе-Йөрәккүлгә барҙыҡ. Беҙҙең өйҙә хатта Республикабыҙҙың картаһы эленеп тора. Ҡайҙа булғаныбыҙҙы билдәләп барабыҙ . Хәҙер улымдың класташтары араһында ла үҙенең бер өҫтөнлөгө бар. Былтыр велосипедта йөрөй башланыҡ. Башҡа балалар бәләкәйҙән йөрөй. Алмаз йәйгеһен генә нисек итеп тәгәрмәс әйләнгәнен аңланы.Шуға мин үҙемә лә велосипед һатып алып, ҡала буйлап хәҙер бергә елдерәбеҙ” тип хәбәрен дауам итте Әнисә.
Кескәй Алмаз да әсәһе тураһында ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләй. Ул беҙгә хатта, “минең әсәйем ҡотҡарыусы” тип әйтеп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, һәр яҡлап та өлгөр әсәһе ҡалабыҙҙың эҙләү-ҡотҡарыу отрядының ағзаһы булып тора икән! Унда беҙгә юғалған кешеләрҙе эҙләшергә, беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре менән танышырға ярҙам итәләр,- тип ихлас һөйләп китте үҙенең шөғөлө тураһында Әнисә. Унда үҙемде иркен тотам, сөнки, бик көслө яҡшы энергетика, бер төркөм йәштәрҙең юғалғандарҙы эҙләшергә, кешеләргә ярҙам итәбеҙ тип янып йөрөүе һоҡландыра. Үҙенең ата-әсәһе кеүек, балаһын милли мөхиттә рухлы, һөнәрле итеп үҫтерергә тырыша тынғыһыҙ башҡорт ҡыҙы Әнисә. «Мин улым менән бергә тормош серҙәренә төшөнәм. Уның нимәнелер аңлауы,бейеклектәргә үрләүе минең өсөн үҙе бер бәхет, үҙе бер тормош( йылмая).
Ысынлап та,әсәләр һәр саҡ беҙгә таяныс. Урғылып торған шатлыҡтарҙы ла улар менән уртаҡлашабыҙ, күңелебеҙҙе борсоған һағыштарыбыҙҙы уларға һөйләмәһәк тә күҙҙәребеҙҙән үк аңлап торалар.Әсә балаһын оло донъяның ҡатмарлы юлдарына сығырға әҙерләй. Әсәнән дә түҙемлерәк, сабырлыраҡ тағы ла кем бар икән донъяла?!
Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын,
Илар ерҙә көлөп бағыр яңғыҙ ҡатын.
Йөрәккәйе өҙөлөп тә төшөп барһын,
Бахыр булмаҫ, батыр булыр яңғыҙ ҡатын…
Ошо йырҙың мәғәнәле һүҙҙәре балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән барлыҡ изге күңелле әсәләргә минең кескәй генә бүләгем, оло рәхмәтем, сикһеҙ хөрмәтем булып барһын , тигән теләктәмен.

Гөлкәй Ҡыуатова.
Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас