Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
7 Март 2021, 14:28

Стәрлетамаҡта яңы светофорҙар.

Ил Президенты Владимир Путин указына ярашлы, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" дәүләт проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта ҡабатлау сигналдары булған светофорҙар ҡуйыла башланы.

Ошо милли проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуы - быйылға йылдағы беренсе светофор Октябрь проспекты һәм Артема урамы сатында урынлаштырыласаҡ. Был яңылыҡ әлегә һигеҙ светофор комплексына ҡағылған, уларҙа ҡабатлау сигналдары барлыҡҡа киләсәк. Стәрлетамаҡтың вице-мэры Юрий Трот һүҙҙәренсә, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә, ҡалабыҙҙа 12 яңы светофор һәм 12 км автомобиль юлдарын ремонтлаясаҡтар.
"Быйылғы йылда иң беренселәрҙән булып был проект Стәрлетамаҡ ҡалаһында тормошҡа ашырыла башланы. Светофорҙарҙа булған яңы конструкциялар алыҫтан уҡ күренеп, водителдәрҙе иҫкәртеп торор, хәүефте кәметер. Был эштәр йәйгә тиклем тамамланырға тейеш", - тине Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов.
Ошо көндәрҙә эшселәр Октябрь проспекты менән Курчатов урамы сатында, Хоҙайбирҙин һәм Курчатов урамдары киҫелешендә яңы светофорҙар урынлаштырыу өсөн соҡор ҡаҙыу эштәрен дауам итәсәктәр. Һуңынан ҡаланың туғыҙ участкаларында светофор һәм юлдарҙы яңыртыу буйынса эштәр алып барыу планлаштырылһа, тағы ла һигеҙ светофор ҡабатлау сигналдары менән буласаҡ.

Г.Шиһапова.
Читайте нас