Ул Волга буйы федераль округы ярыштарының 14-15 йәштәге үҫмерҙәр араһында 48 кг тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашҡан һәм дә беренселекте генә түгел, бокс буйынса Рәсәй финалына юллама ла алған. Уның етәксеһе ҡалабыҙҙың билдәле тренеры Хлынцев Александр Сергеевич Эльмарҙың еңеүе тураһында былай тип яҙған, “Эльмар бик тырыш егет, уның алдынғы боксер икәненә шикләнмәй инем, беренселеккә сығыуы инде минең өсөн ҙур ғорурлыҡ!”