Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Март 2021, 09:08

112 хеҙмәте һеҙҙе тыңлай, һеҙгә ниндәй ярҙам кәрәк?

Тормошта ниндәй генә хәлдәр осраһа ла, иң мөһиме – беҙҙең һаулығыбыҙ, ғүмеребеҙ. Һәр кеше ярҙамдың эргәлә генә булыуына ышанғыһы килә. Тик үҙебеҙ ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын белеп, уларҙы дөрөҫ ҡулланабыҙмы һуң?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса 112 һанына шылтыратыуҙы барыһы ла беләлер, моғайын. Был һандарға ваҡытында шылтыратыу янғындан һаҡларға, граждандарҙың ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итә. Тик һуңғы арала юҡ-бар менән, эшһеҙлектән, күңел асыу ниәтендә, мәғлүмәт алыр өсөн генә шылтыратыусылар һаны күбәйгәндән-күбәйә бара. Бындай ялған шылтыратыуҙарҙы булдырмауығыҙ һорала, сөнки шундай “шаян” кешеләр линияла торған ваҡытта башҡа берәүгә ашығыс ярҙам кәрәк булыуы ихтимал. Ашығыс хеҙмәттәренең: "Зинһар,был һандарға шылтыратып шаярмағыҙ, ысын ярҙамға мохтаж кешеләрҙең ҡәҙерле ваҡыттарын әрәм итәһегеҙ!" тигән һүҙҙәре инде лозунгыға әйләнеп бара...
112 һанына шылтыратыр алдынан шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: барлыҡ һөйләшеүҙәр яҙҙырыла. Бөгөнгө көндә заманса техник саралар ярҙамында ниндәй номерҙан, кем шылтыратҡанын тиҙ арала билдәләп була. Бындай кешеләргә ялған саҡыртыуҙары өсөн РФ -ның административ хоҡуҡтар боҙоуҙар тураһында 19.13 кодексына ярашлы, штраф түләү йә иһә иҫкәртеү ҡаралған. 16 йәше тулмаған үҫмерҙәр араһынан ялған шылтыратыусылар булһа, улар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырыла. Комиссия үҙе үҫмергә ҡарата дисциплинар саралар күрә йә административ яуалылыҡҡа тарттыра. Ләкин был 16 йәшкә тиклем хоҡуҡ боҙған бәлиғ булмағандар язаһыҙ ҡала тигәнде аңлатмай, ундай осраҡтарҙа бәлиғ булмағандарҙың ата-әсәһен йә иһә законлы вәкилдәрен яуаплылыҡҡа йәлеп итәсәктәр. Шуға күрә яҡындарығыҙға, балаларҙың дөрөҫ һәм аңлы эш итеүе кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуы тураһында аңлатырға онотмағыҙ!

Г.ҠЫУАТОВА.
Читайте нас