Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 05:12

Көрәш буйынса Ҡазанда үткән Рәсәй беренселегендә, Стәрлетамаҡ спортсылары – иң яҡшыларҙан булды.

Сөләймәнов Даниил менән Раджабов Рубин, 60 һәм 80 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды яулағандар.

Бил бирмәҫ егеттәрҙе көрәшкә өйрәтеүсе тренерҙары Динар Аҡҡужин былай тигән:
"Көрәш- бик хәүефле спорт төрө. Келәмгә сыҡҡан көрәшселәр бер-береһен ихтирам итергә, көрәш ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Уның ҡағиҙәләре бик ябай: кем көслө, шул еңә. Егеттәребеҙҙең урын алыуына бергәләп ҡыуанабыҙ".

Г.Шиһапова.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас