Уның ғибрәтле тормош юлы, алдаҡсылар арҡаһында бурысҡа батыуы, кешеләрҙең уның бәләһенә битараф булмай ярҙам итеүе – үҙе бер мөғжизәле әҫәргә тиң...
Фотограф Роман Филипповтың фотосессияһы урам һепереүсенең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртте...
Ошо көндәрҙә ул Роман Филиппов менән Останкино телеүҙәгендә булып, Максим Галкин үткәргән “Бөгөн кис менән” программаһын төшөрөүҙә ҡатнашты. Был программа кешенең яҙмышын үҙгәрткән бәхетле осраҡтарға арналған ине. Хәҙер инде ул Башҡортостанға ғына түгел, ә бөтә илгә танылыу яулаған кеше.
Максим Галкиндың программаһында Юрий Ветлюгин
"Мине хәҙер эштә барыһы ла хөрмәт итә, йәштәр минән автограф яҙыуымды һорап яныма килгәндә инде, үҙемде данлыҡлы кинойондоҙ кеүек хис итәм, мине "әйҙә, өйләнәйек" программаһына ла саҡырҙылар. Әлегә барырғамы, юҡмы икәнлеген уйлайым әле", - тине шаяртыу менән генә.
Бына шулай,ҡәҙимге урам һепереүсеһен хәҙер барыһы ла танып-белә, уға хатта төрлө рекламаларҙа төшөргә саҡырыу тәҡдимдәре лә килә башлаған икән.
Г.Шиһапова.