Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 02:43

“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡтың биш мәҙәниәт хеҙмәткәре квалификацияны үҫтереүсе өҫтәмә һөнәри программалар буйынса уҡыу үтте.

3-cө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Юхнова Надежда квалификацияһын күтәреү йәһәтенән “Музыка сәнғәте өлкәһендә инклюзив белем биреү” программаһы буйынса белемен камиллаштырһа,1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Хәбибуллина иһә, "балалар сәнғәт мәктәбендә сольфеджиоға уҡытыуҙың проблематикаһы һәм һөҙөмтәле ысулдары" программаһы буйынса уҡыны.

Уҡыуҙар дистанцион рәүештә Гнесиндар исемендәге Рәсәй Музыка академияһы базаһында уҙғарылды.
Квалификацияны үҫтереүсе «биҙәү-ҡулланма ижадында заманса алымдар һәм ысулдар ҡулланыу" программаһы буйынса ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары- Ольга Гребнева,Роза Зәйнутдинова, Эльза Хәйбуллина өҫтәмә курстар үттеләр. Уҡыу Кемерово дәүләт мәҙәниәт институты базаһында ойошторолған.

Г.Ҡыуатова.
Мәҙәниәт бүлеге мәғлүмәттәре буйынса алынды.

Читайте нас