"Сәскә ат, Стәрлетамаҡ"
Йыл һайын үткәрелгән "Сәскә ат, Стәрлетамаҡ" конкурсында ҡатнашыу өсөн Стәрлетамаҡтан алыҫ биҫтәләрҙәге граждандарҙан (“Ашҡаҙар”, “Первомайский”, “Төньяҡ” (Строймаш ҡасабаһы), “Краснознаменский” (Шахтау ҡасабаһы) заявкалар ҡабул ителә башланы. Ғаризаларҙы 31 июлгә тиклем Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең 110-сы кабинетына тапшырырға кәрәк. Белешмә өсөн телефон: 24-20-42. Территориялар менән эшләү бүлеге мәғлүмәттәре буйынса алынды.