Суицидҡа полиция хеҙмәткәрҙәренең теге иргә ҡарата вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнеүҙәре, уларға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылыуы сәбәпсе булған,- тип хәбәр итәләр.
Ҙур партия наркотик менән тотолған ир полицейскийҙарҙың көс ҡулланыуы тураһында белдергән.
Полицейскийҙар әйтеүенсә, тотҡан саҡта ир хоҡуҡ һаҡсыларының береһенә һуғып ҡасырға маташҡан. Шуға күрә, уға ҡарата махсус саралар күрелгән.
Ир наркотиктарҙың булыуын кире ҡаҡмаған, ләкин полицейскийҙарҙың электрошокер ҡулланыуын һөйләп биргән.