Бынан тыш, ҡала әүҙемселәре Өфөнөң йыһанға бәйле урындарында төрлө акциялар ойошторҙо. Социаль селтәрҙәрҙә , #Денькосмонавтики һәм #Алғавкосмос хештегтары ҡуйып, Кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуының 60 йыллығы айҡанлы мәғлүмәт ҡуйған кешеләргә тәмлекәстәр һәм сувенирҙар тапшырылды. Байрам саралары шулай уҡ Гагарин урамындағы “Гагариндың портреты” тигән граффити эргәһендә, “Космос”, “Йондоҙло”, “Планета” сауҙа комплекстары алдында үтте. Өфө дәүләт авиация техник университетының 9-сы уҡыу корпусы эргәһендә ҡуйылған Гагарин бюсты эргәһендә лә “йыһан” сувенирҙарын таратып сыҡтылар.
“Бөгөнгө көн беҙҙең өсөн ысын байрамға әүерелде. Һәм бөтә донъя тарихына ла ингәндер, моғайын. Улым менән рәхәтләнеп акцияла ҡатнаштыҡ. Быуындар бәйләнеше һәм ошондай көндәрҙе онотмау өсөн бындай саралар бик кәрәк тип уйлайым”, – тине флешмобта ҡатнашҡан Гөлнара Иванова.
Г.Ҡыуатова.
Фото интернет селтәренән алынды.