Ауырымаҫ өсөн кәңәштәр.
1. Иртәнге аш. Эшкә бараһығыҙмы, баланы мәктәп йә иһә балалар баҡсаһына алып бараһығыҙмы — иртәнге ашты ҡалдырмағыҙ. Көн һайын иртән һәйбәтләп ашаған кешенең иммунитеты ныҡ була.2. С витамины. Әлеге витаминға бай ризыҡтар менән туҡланығыҙ. Ул ҡыҙыл еләк-емештә, лимон, киви, кәбеҫтәлә күп.3. Сынығыу. Был вирустарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Көн һайын яйлап һалҡынса һыу менән ҡойонорға өйрәнегеҙ.4. Һауа торошона ҡарап кейенеү. Еңелсә йәки кәбеҫтә кеүек ҡат-ҡат кейенеү ҙә һаулыҡҡа зыян килтерә. Сөнки,кеше тәне артыҡ йылынһа йәки һыуынһа, иммунитет кәмей һәм вирустар йоҡтороу мөмкинлеге арта. Шуға күрә, өшөмәҫлек һәм тирләмәҫлек итеп кейенергә өйрәнегеҙ. 5. Тоҙло һыу. Кис, танауҙы һәм тамағығыҙҙы тоҙло һыу менән сайҡағыҙ. Вирус йоҡторған булһағыҙ, тоҙло һыу йоғонтоһонда ул артабан таралмаҫ. Балаларығыҙҙы ла шулай эшләргә күнектерегеҙ.6. Аяҡтарҙы йылытыу. Йоҡлар алдынан аяҡтарҙы йылытыу ҙа бик яҡшы профилактика сараһы булып тора. Йылы һыуға бер ус тоҙ һалып аяҡты тығып ултырырға кәрәк. Ҡоротоп һөртөп, йөн ойоҡбаш кейеп йоҡларға ятһағыҙ, ауырыған кешенең дә хәле яҡшырасаҡ. Тик аяҡтарҙы 20 минуттан артыҡ һыуҙа тотмағыҙ. Температура юғары булғанда, йөрәк ауырыуҙары,ҡан баҫымынан интеккән кешеләргә быны эшләргә кәңәш ителмәй.