Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 07:30

Ҡояшлы яҙ килтерҙе беҙгә шағирә…

Күкрәп килде быйылғы яҙ.. Шағир әйтмешләй, ер өҫтөнә ҡыйыҡтарҙан төшөп, тыпылдаша тәүге тамсылар. Күңел юшҡынында йомарланған хистәр яҙ килеүен көткән, боҙ ҡоршауын йырған йылға кеүек урғыла бит беҙҙең күңелдән…

“Бәйләнештә” социль селтәрендә: “БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында: шағирә, филология фәндәре кандидаты, “Торатау” гәзите хәбәрсеһе Айһылыу Вахитова менән осрашыу үткәрелә” тигән иғланды күреү менән йөрәгем дөп-дөп тибә башланы. Ни өсөн тигәндә, мин уның курсташым, башҡорт шиғриәтендә кабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шағир Ғилман Ишкининдың хәләл ефете булыуын ишетеп белә инем. Айһылыуҙың оҙаҡ йылдар БДУ-ның Бөрө филиалында эшләүе, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған ғалимә булыуы тураһында ла хәбәрҙар инем. Сөнки бынан бер-нисә йыл элек ҡәләмдәшебеҙ, танылған журналист һәм шағирә Лариса Абдуллина уның хаҡында матур мәҡәлә яҙып баҫтырғайны. Башҡорт һәм төрки филология факультеты ойошторған осрашыуҙа БДУ уҡытыусылары һәм студенттарынан тыш ҡала зыялылары ла ҡатнашты. Сөнки күңелдең ижади моңға сарсаған сағы ине.
– Аудиторияға килеп инеү менән үҙемде Бөрөләге һымаҡ хис итәм, – тип башланы һүҙен Айһылыу Ғәлинур ҡыҙы һәм шунда уҡ бар булмышы менән күңелдәрҙе биләп алды, сарала ҡатнашыусылар менән уртаҡ тел тапты. Ә инде шиғырҙарына күскәс, фекер ҡеүәһе менән студенттарҙы ғына түгел, элекке коллегалары – кафедра уҡытыусыларын да хайран итте. Шул уҡ ваҡытта шағир Ғилман Ишкининдың ижады, тормошо тураһында хистәргә бирелеп, хәтер ебен һүтеп һөйләгән сағында ул ҙур йөрәкле уҡытыусы булып күҙ алдына баҫты. Минең фекеремде ҡеүәтләгәндәй, ошо мәҡәләне әҙерләгәндә уның “Ир-егет шиғриәте мөхәббәт лирикаһының тикшереү объекты булараҡ ҡатын-ҡыҙҙың символик образы” тигән үҙенсәлекле хеҙмәтенә юлыҡтым: “Бер шағирә дуҫым былай тип әйткәйне: “Шағир – ул ауырыу, ә тәнҡитсе уның сиренә диагноз ҡуя...” Әлбиттә, бер кемгә лә ҡәтғи диагноз ҡуйырға йыйынмайым. “Ир-егеттең күңелендә хис-тойғолар вулкан булып урғылып ҡайнай, тик уны ул күрһәтә генә белмәй..” тигән бүлектә бирелгән критерийҙар буйынса уҡыусы үҙе ҡуйырға тырышһын ул диагнозды. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: шиғриәт – ул юғары зауыҡ, эстетика. XXI быуат әҙәбиәте хәҙерге замандың аң киңлектәрен асыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйырға тейеш”, – тип уҡытыусы булмышлы, шағир йөрәкле журналист ҡына яҙа алалыр, тимәксемен. Ошо өс тараф ҡушылмаһынан бөрөләнгән фекер-хистәре уның түбәндәге үҙенсәлекле шиғырҙарында сағыла. Әйткәндәй, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илишева, уҡытыусылар, студенттар, Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәге хеҙмәткәре Нәзифә Иҫәнғужиналар Айһылыуҙың ижадын юғары баһалап, уның тиҙерәк китап сығарыу хәстәрлеген күреүен теләнеләр. Сөнки бындай күркәм ижад халыҡ күңелендә урын алырға лайыҡлы.
Наҙгөл АРЫҪЛАНОВА фотоһы
Читайте нас