Уҡыусы өйөнә ҡайтып шунда уҡ әсәһенә шылтыратып, уҡытыусы уның башына һуғыуы тураһында һөйләп биргән. Әсәһе өйөнә улы янына ашҡынған. Өйөнә инеү менән улының хәлһеҙ йығылып ятыуын күргәс, тиҙ ярҙам саҡырта һәм табиптар баланың мейеһе һелкенеүе тураһында хәбәр иткәндәр.
"Шул көндә үк уҡытыусы беҙгә килеп ғәфү үтенеп йөрөнө",- тип һөйләй әсә кеше.
"Яңылыштан ғына шулай килеп сыҡты, үҙем дә аңғармай ҡалдым",- тип аңлатҡан үҙенең ҡылығын уҡытыусы.
"Был хәл беренсе тапҡыр ғына булған булһа, бәлки тыныс хәл итер инек тә. Бынан бер нисә ай алдан ғына улым мәктәптән ҡайтып, уҡытыусының гел башына һуҡҡаны тураһында әйткәйне инде, тик беҙ уҡытыусы менән был хәлде тышҡа сығармаҫҡа һөйләшеп, килешкәйнек. Беренсе осраҡтан һуң, улым ярты ай больничныйҙа булһа ла, мин уҡытыусыны ғәфү иткәйнем. Уҡытыусының яңылышлығы өсөн улым ғүмерлеккә ауырыу булып ҡала яҙҙы, табиптар әйтеүенсә, ваҡытында тиҙ ярҙам саҡыртҡанмын, сөнки мейе һелкенеүенең күреү һәләтен юғалтыуға, баш ауырыуына (мигрень), хатта эпилепсия өйәнәктәренә килтереүе ихтимал",- тип һөйләй күҙ йәштәре аша баланың әсәһе.
Мәктәп директоры уҡытыусынан эштән китеү тураһында ғаризаһын ҡабул итмәгән. Быны ул "уҡытыусы был мәктәптә 30 йылдан ашыу эшләй, үҙен яҡшы яҡтан ғына гел күрһәтә, уға бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ",- тип аңлатҡан.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереүҙәр алып бара.
Г.Шиһапова.