Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы төркөмөбөҙҙә "Мин ишетәм һалдат йырҙарында...” тигән конкурсты асыҡ тип иғлан итәбеҙ!
Һуғыш осорондағы, Еңеү шатлығы, борсолоуҙар, тетрәнеүҙәр менән һуғарылған үлемһеҙ йырҙарҙы, әрме, тыныслыҡҡа арналған һуғыш йылдары йырҙарын иҫебеҙгә төшөрөп, бергәләп йырлап алайыҡ, дуҫтар!Конкурстың шарттары:1. "Ашҡаҙар" гәзите төркөмөнә яҙылырға.2. Конкурс тураһындағы яҙманы үҙегеҙгә репост рәүешендә ҡуйырға.3. Йырығыҙҙы видеоға төшөрөп ошо яҙманың аҫтына комментарий итеп һалырға.Ҡатнашыусылар араһынан "иң оҫта башҡарыусы" тип табылған бер кешене, төркөмгә яҙылыусылар менән бергәләп һайлап (иң күп "лайк" йыйған видеояҙма буйынса) аласаҡбыҙ. Ә "йыр бәйгеһе еңеүсеһе" тигән лайыҡлы исем махсус жюри тарафынан билдәләнәсәк.