Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 13:12

Бөгөн В. Путин Дәүләт Думаһы депутаттары, дәүләт эшмәкәрҙәре алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Ошо сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул үҙенең рәсми сәхифәһендә фекере менән дә уртаҡлашты.

"Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе — кешеләр хаҡында, тормош сифатын яҡшыртыу тураһында булды. Әлбиттә, һүҙ халыҡ һәм ярҙам саралары тураһында күп барҙы, бигерәк тә мәктәптәрҙә уҡыған балалары булған, тулы булмаған ғаиләләр өсөн түләүҙәр булдырыу - барыһы өсөн дә ҡыуаныс. Шулай уҡ, төбәктә йәшәүселәр өсөн дә етди йүнәлтмәләр ҙә күп ҡаралған.
Президент бар сараларҙы халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтергә, юлдарҙы яңыртыу, төҙөкләндереү, туриндустрия объекттарын төҙөргә кәрәк тигәйне. Беҙҙең республикала был эштәргә йүнәлтелгән проектар бар, әммә улар өҫтөндә ныҡлап эшләргә һәм уларҙы үҫтерергә кәрәк. Нәҡ ошо күрһәткестәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ғына хөкүмәт иҡтисады, финанс һәм төҙөлөш блоктарының сифаты баһаланасаҡ. Былар барыһы ла беҙҙең ҡулда!" - тине республика Башлығы үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә.

Г.Ҡыуатова.
Читайте нас